Таяҡ ике башлы була30.09.2016
Рәсәйгә ҡарата булған нәфрәте менән Украина яңғыҙ ҡалыр, ахыры. Порошенко нисек кенә теләмәһен, илебеҙҙә үткән һайлауҙарҙы донъяның барлыҡ илдәре лә легитим тип билдәләне. Өҫтәүенә Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкцияларҙан баш тартырға теләүҙәре лә Украина етәкселегенең яраһына тоҙ булып һибелде. Был хаҡта Америка Ҡушма Штаттарының вице-президенты Джозеф Байден белдергәйне.
“Мәскәүгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙан бөгөндән баш тартырға теләгән кәмендә биш ил бар”, – тине Байден. Был һүҙҙәрен ул Нью-Йоркта Порошенко менән осрашҡандан һуң әйтте. Украина етәксеһе АҠШ президентлығына кандидат Дональд Трамп менән дә осрашырға теләгәйне, ләкин уныһының ваҡыты булманы. Ә бына икенсе кандидат Хиллари Клинтон Порошенконың Донбассты оккупациялау хаҡында “әкиәтен” кинәнеп тыңланы, хатта килешкәндәй баш ҡағып ултырҙы.
Күренеп тора, Европа Порошенконан да, санкцияларҙан да ялҡҡан. Был “һуғышты” артабан дауам итһендәр өсөн Германияны, Францияны, Италияны өгөтләүе Америкаға ҡыйынға тура килә, ти Байден. Санкциялар арҡаһында Европаның хәле көндән-көн мөшкөлләнә бара. Рәсәй менән сауҙа итеү юлын асыуҙы һорап, акциялар ойошторола.
Әлбиттә, Америка етәкселәренең мәкерле уйы буйынса, санкция иң беренсе беҙҙең илдең бәкәленә һуғырға тейеш ине, ләкин таяҡтың ике башлы булыуы тураһында улар уйлап та бирмәне. Шуға күрә Европа илдәрендә санкцияларҙан баш тартыу тураһында һүҙҙәр йышыраҡ ҡабатлана. Хәҙер улар Украина арҡаһында иҡтисади көрсөккә баш тығырға теләмәй. Астың асыуы яман тигәндәй, халыҡтың күтәрелеп китеүе лә шөрләтәлер. Ул саҡта санкция менән бергә ҡалын кеҫәлеләрҙең дә башы осоуы ихтимал.