Вәғәҙә — иман30.09.2016
Вәғәҙә — иман “Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй башларға ваҡыт етте. Берәүҙе лә үткән ҡаҙаныштары өсөн һайламанылар. Һайлау — ул тәү сиратта халыҡтың етеш, яҡшы йәшәү теләге”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканан Дәүләт Думаһына яңы һайланған депутаттар менән осрашыуҙа. Ниндәй партия ағзаһы булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһын да тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы ул.

Һөйләшеүҙә “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй” һәм “Гражданлыҡ платформаһы” партияларынан депутаттар ҡатнашты.
— Бергәләп эш итеү — беҙҙең өсөн иң мөһиме. Беҙ теге йәки был партия вәкилдәренә бүленергә тейеш түгел. Һеҙҙе халыҡ һайланы. Улар бөтә депутаттар ҙа кеше мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш тип иҫәпләй, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республика Башлығы һайлаусыларҙың тормош­тоң яҡшырыуын көтөүен иҫкә төшөрҙө. Төбәккә республика өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алырҙай әүҙем депутат корпусы кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
— Барыбыҙ ҙа булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Шуға күрә бергәләп тырышасаҡбыҙ. Бөтәгеҙ ҙә республи­ка, халыҡ мәнфәғәтен яҡлайһығыҙ, — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад