“Рәсәйҙә баҫылғанмы? Тыйырға!”27.09.2016
“Рәсәйҙә баҫылғанмы? Тыйырға!” “Рәсәйҙә сыҡҡан китаптарҙы ирекле һатыуҙы йыл аҙағынаса бөтөнләй тыясаҡбыҙ”, – тип хәбәр һалған Украина вице-премьеры Вячеслав Кириленко. Баҡһаң, ошо арала уларҙың хөкүмәте сит илдәрҙең украиндарға ҡаршы йөкмәткеле баҫмаларын баҙарға индереүҙе сикләү тураһындағы закон проектын хуплаған.
Әгәр Юғары Рада ҡанунды ҡабул итһә, яңы нормалар буйынса беҙҙә нәшер ителгән барлыҡ китаптарҙы, шул иҫәптән классик әҫәрҙәрҙе лә, “украиндарға ҡаршы” тип баһалауҙары ихтимал. Мәҫәлән, Михаил Булгаков­тың, Константин Паустовскийҙың ижад емештәрен. Уҙған быуат башында ҡайһы бер сәйәси даирәләр өсөн шәхес тип һаналған, бөгөн дә үҙ илендә герой кимәленә күтәрелгән украин милләтселәренә ҡарата нәфрәтен йәшермәгән бит ул яҙыусылар.
Китаптарҙың ҡайһыларын рөхсәт итеү, ҡайһыларын тыйыу хоҡуғын Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетына бирмәк­селәр. Ундағы эксперт советынан ризалыҡ алмайынса, Украинаға ун дананан ашыу китап индерергә яра­маясаҡ. Талапты һанға һуҡмаған осраҡта баҫмаларыңды тартып алыу­ҙары, штраф сәпәүҙәре бар. Хәйер, Рәсәй артистарының “ҡара исемлеген” төҙөүҙе башлаған, хатта беҙҙең фильмдарҙы күрһәтеүҙе тыйған вице-премьер белдереүенсә, ҡағи­ҙәләр башҡа илдәрҙең баҫмаларына ҡа­ғылмай, йәғни урыҫ теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата ғына айырым принцип булдырыла.
Хәлде күҙәтеүселәр фаразлауынса, Кириленко үҙе алға һөргән ҡанун менән иҡтисади файҙаға ла өмөт тота һымаҡ. Илдең китап баҙарында тәҡдим ителгән баҫмаларҙың яҡынса 80 проценты Рәсәйҙән килтерелгән икән. Әлеге мәлдә украин әҙәбиәте конку­рентлыҡҡа һәләтле түгел, дәүләт тарафынан яҡлау булмаһа, уны нәшер­ләүсе лә, һатыусы ла табылмаясаҡ, тиҙәр.
Ләкин яңы закондың ыңғай һөҙөмтә биреренә күптәр шикләнеп ҡарай. Һуңғы осорҙа төрлө сикләүҙәр һәм тыйыуҙар ҡабул ителгәс, Рәсәй әҙәбиәте, беҙҙең “зәңгәр яғыулыҡ” һымаҡ уҡ, Украинаға туранан-тура түгел, ә Европа аша инә. Өҫтәүенә был илдә урыҫ телендәге китаптар бик күп нәшриәттәр тарафынан йәшереп баҫыла.



Вернуться назад