Ҡурҡыу ни хаҡ?27.09.2016
Швецияның киң мәғлүмәт саралары үҙ халҡын Рәсәй тарафынан янаған хәүефтең артыуы менән ҡурҡытыуын дауам итә. Йәнәһе, бындай хәбәр уларҙың именлек хеҙмәте вәкилдәре ауыҙынан ишетелгән. Мәҡәләләрҙә, әлбиттә, бер ниндәй ҙә аныҡ дәлилдәр табырмын тимә, ә инде әлеге хәүефтең ысынмы-түгелме икәнлеге хаҡында һүҙ сурытып тормаҫҡа ла мөмкин. Иң ҡыҙығы – Швецияның етәкселәре лә “Рәсәйҙән һаҡ булырға кәрәк” тигән фекерҙе инҡар итмәй...


Ҡурҡытыу сәйәсәте был илдә инде өсөнсө йыл алып барыла. НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг үҙенең бер телмәрендә “Рәсәй хәрби күнекмәләр барышында беҙҙең альянстың ағзаһы һәм теләктәше булған дәүләттәргә ядро бомбаһы ташлау мөмкинлеген дә күҙ уңында тота”, тип белдергәндән бирле. Ә шведтар – ышаныусан халыҡ. Хакимдары уларҙың был сифатын бик оҫта файҙалана: илдәренең оборонаға һәләтен нығытыу һәм НАТО-ға ҡушылыу яҡлыларҙы арттырыу маҡсатында Мәскәүҙә ҡоролған мәкерле ниәттәр тураһында имеш-мимеште ҡуйырта ғына.
Тәү сиратта Рәсәй ғәскәрҙәренең Европа илдәренә баҫып инеү ихтималлығын өйрәнгәндәр һәм аҙмы-күпме сәбәп табыуға өлгәшкәндәр. 2014 йылда ҡаҙнанан хәрби көстө нығытыуға сығымдарҙы күберәк бүлеү өсөн йәнә киң ҡоласлы фекер алышыу ойошторолған, “янаған хәүеф” хаҡын­да тағы ла ялҡынлыраҡ сығыштар яңғыраған. Яңыраҡ таратылған мәғлүмәтте иһә Швеция хакимдары Готланд утрауында хәрби контингент урынлаштырыуға һылтау итмәксе буғай. Тиҙҙән был илдең парламенты егеттәр өсөн армия хеҙмәтен мотлаҡҡа әйләндереү тураһында закон проектын тикшерә башларға ла йыйына.
Хәйер, Швецияның премьер-министры Стефан Левен матбуғат баҫмаларында сыҡҡан “факт”тарҙы тулыһынса раҫларға ашыҡмай. “Мин быны элек үк әйткәйнем һәм әле лә ҡабатлайым: беҙҙең илгә бер ниндәй ҙә хәрби хәүеф янамай, – тигән ул журналистарға. – Әммә эргә-тирәләге илдәрҙең именлеге менән бәйле мәсьәләләр хафаландырмай ҡалмай. Европала, бигерәк тә Балтик диңгеҙе буйында сәйәси хәл аңлайышһыҙ. Шуға ла оборонаға күберәк иғтибар бүлеү тураһында кәңәшләштек, илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен арттырырға ҡарар иттек”.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең һөжүменән ҡурҡыу башҡаларға ла хас. Йүнсел ватандаштарыбыҙ араһында бынан үҙҙәре өсөн матди файҙа сығарырға теләүселәр табылған: Байкал аръ­яғын­дағы Борзя ҡалаһында йәшәгән берәү былтырҙан бирле АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығына беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Украинаға нисек итеп оҙатылыуы хаҡында имеш-мимеш һатып ятҡан.
...Программалаусы һөнәренә эйә булған 23 йәшлек егеткә океан аръяғындағы дәүләттең махсус хеҙмәттәре менән бәйләнешкә инеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Үҙәк разведка идаралығына Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһындағы йәшер­тен мәғлүмәттәрҙе һатып алырға тәҡдим итеп электрон хат ебәргән ул. Күп тә үтмәҫтән яуап алған. Мут егеттең ҡармағына ҡапҡан әҙәмдәр, әлеге мөрәжәғәтте бик етди ҡабул итеп, төрлө һорау бирергә тотонған. Атап әйткәндә, хәрби объекттарҙағы хәл ҡыҙыҡһындырған уларҙы.
Табышлы кәсепкә бер аҙҙан “бизнесмен”дың урындағы ғәскәри час­тарҙың береһендә хеҙмәт итеп йөрөгән 20 йәшлек танышы ла ҡушылған. Интернет аша АҠШ-тың именлек органдарына Рәсәйҙән Украинаға күпме һалдат һәм махсус техника ебәрелеүе, хәрби берләшмә­ләрҙең ниндәй ҡеүәткә эйә булыуы, хатта үҙ-ара һуғыш тоҡанған хәлдә Байкал аръяғы­нан Америка тарафына нисә ракета осасағы хаҡында “серле мәғлүмәттәр” оҙатып тороу ике әшнә­нең күңелендә ижад ҡомарын арт­тырған ғына. Уларға бының өсөн ни саҡлы түләгәндәре беҙгә билдәһеҙ, әммә Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре “шпион”дарҙың эҙенә бик тиҙ төшкән. Яза биреү өсөн сәбәп тапмағас, егеттәрҙе иҫкәртеү һәм тыйыу менән сикләнгәндәр...
Бүтән илдәрҙең сәбәләнеүенән Рәсәйгә зыян юҡ, әлбиттә. Боҙ өҫтө һуғышы кеүек бөйөк ваҡиғаларҙы күптән хәтеренән юйып, беҙгә һаман теш ҡайраған ҡайһы бер ҡәүемдәргә Ватаныбыҙҙың Көнбайыштағы мәғлү­мәт баҙарында тыуған кире образы ла файҙаға ғыналыр, моғайын. Һаҡлан­һындар, башҡаса ҡан ҡойош көҫәмәһендәр өсөн.


Вернуться назад