Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте.
Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
Йыйылыусылар 2011 йылда дәүләт заказдарын урынлаштырыу республика системаһын үҫтереү йомғаҡтарын тикшерҙе һәм 2012 йылға өҫтөнлөклө бурыстар ҡабул итте. 2011 йылда дәүләт заказдарын урынлаштырыу системаһы яңырыу кисергән, был тәү сиратта республика ихтыяжын тауар менән тәьмин итеү, төрлө эш башҡарыу, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә сағыла.
– Милли тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса уҙған йыл Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында 8-се урынға сығып, "Юғары асыҡлыҡ" ("Высокая прозрачность") маҡтаулы исеменә лайыҡ булды, – тине Сергей Новиков үҙенең сығышында. – Бынан алдағы йылдарҙа иһә беҙҙең республика ни бары 34-се урында булып, уртаса асыҡлыҡ төбәге һаналып килде.
2011 йылда бюджет аҡсаһын экономиялау 3 миллиард һум тәшкил иткән, 2010 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 2,3 тапҡырға артҡан. Республиканың дәүләт заказсылары һәм бюджет ойошмалары тарафынан 125 меңгә яҡын дәүләт контракты һәм 31,5 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөлгән. Электрон аукциондар аша һатып алынған тауар күләме генә лә 16,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты былтыр ике төп процесты – электрон һатыуҙы һәм дәүләт заказдарын этаплы үҙәк системаһына күсереүҙе – ойошторҙо. Бөтәһе 23,2 миллиард һумлыҡ 8,3 мең электрон һатыу ойошторолған. Республика бюджеты аҡсаһын экономиялау ике миллиард һум тәшкил иткән.
Коллегия ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһаны, киң матбуғат сараларында ошо комитет эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыусыларҙы бүләкләне.
Самат ҒӘЛИН