Сәйәсәт менән хайуандар ҙа шөғөлләнә икән. Кешеләр башы етмәүҙән уларға мөрәжәғәт итәме, әллә хайуандар хәленә төшә башланыҡмы – аңламаҫһың...
Бына, мәҫәлән, Герцог ҡушаматлы 9 йәшлек пиреней эте Миннесота штатының (АҠШ) ҙур булмаған Корморант биҫтәһендә өсөнсө тапҡыр мэр вазифаһына һайланған. Күрәһең, эт алып барған сәйәсәттән ундағы халыҡ ҡәнәғәт, сөнки һуңғы һайлауҙа Герцог дәғүәселәрен күпкә уҙып, ышаныслы еңеү яулай.
Америкала эттәрҙән бесәйҙәр ҙә ҡалышмай. Аляскалағы Талкитна ҡаласығында Стабс тигән бесәй почетлы мэр булып тора. Бер нисә йыл элек ул эттән талана һәм даны тағы ла киңерәк тарала. Был “аҡыллы” бесәйҙең “Facebook” социаль селтәрендә 35 мең “дуҫы” бар. Әле “сәйәсмән” бесәйгә – 19 йәш. Ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, “эштәрен” еренә еткереп башҡара икән.
Эт менән бесәйҙән кәзәләр ҙә ҡалышмаҫҡа тырыша. 1980 йылда Техас штатының Лахитас ҡалаһы мэры вазифаһына көрәш кеше менән кәзә араһында бара. Тәүге һайлау кампанияһында кеше еңһә, икенсеһендә кәзә өҫкә сығып, “тәхеткә” ултыра.
Клей Генри ҡушаматлы кәзәнең ғаиләһе сәйәси династия булараҡ билдәле. Уның Клей Генри II тигән “улы” ла мэр була, ләкин әлеге көндә мэр вазифаһын биләгән Клей Генри III ҡушаматлы “улы”нан һөҙөп үлтерелә.
Америка хайуандары мэр вазифаһы менән генә мөрхәтһенмәй, президент “тәхете”нә лә дәғүә итә. Мәҫәлән, Чикагоның демократтар партияһы президентлыҡҡа кандидат итеп Пигасус ҡушаматлы сусҡаны күрһәтә. Әммә сусҡаның “сәйәси” ғүмере оҙон булмай. Беренсе пресс-конференцияла “кандидат” менән таныштырыу барған мәлдә сусҡа менән бер нисә кешене ҡулға алалар. Һуңыраҡ кешеләрҙе иреккә сығаралар, ә Пигасустың яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, бер полиция хеҙмәткәренең өҫтәленә ятҡан тиҙәр. Хәйер, юғары вазифаға ынтылып маташҡанда баштарҙың китеүе сер түгел инде...
Шулай ҙа, ниндәй генә ҡурҡыныс янаһа ла, эттәр тыйылып ҡалырға теләмәй: Кентукки штатының Рэббит Хэш ҡалаһы мэры Люси Лу ҡушаматлы кәнтәй АҠШ президенты вазифаһына ынтыла. Уның лозунгыһы ла бар: “Һеҙҙең өмөтөгөҙҙө аҡларлыҡ кәнтәй!”
Ярай, эт – эт инде, ә бына бүреләрҙең власҡа дәғүә итеүе бер аҙ шомландырып ҡуя. Улай тиһәң, кеше битлеге кейеп, урын биләгән “бүреләр” әҙме ни?! Әйтәйек, Колорадо штатындағы Дивайт ҡалаһының мэр вазифаһын Шунка тигән бүре биләй. Шулай ҙа юғары вазифаларҙа “бүреләр” ултырмаһын ине.
Ғөмүмән, АҠШ-та ғына түгел, Европаның ҡайһы бер илдәрендә хайуандарҙы төрлө вазифаларға тәҡдим итеп, һайлауҙар үткәрелеп тора. Юғары урындан бер хайуан да баш тартмай икән... Хайуандар кешенән үрнәк аламы, әллә кешеләр хайуанданмы?