Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары23.09.2016
2016 йыл, 21 сентябрь № 162/1-5
Өфө
2-се Инорс һайлау округы һәм 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләрен билдәләү тураһында


Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы туғыҙынсы өлөшкә, 100-сө статьяһындағы беренсе өлөшкә ярашлы, 2-се Инорс һайлау округы буйынса округ һайлау комиссияһының 2-се Инорс һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләре тураһындағы 1-се протоколы, 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса округ һайлау комиссияһының 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләре тураһындағы 1-се протоколы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
2-се Инорс һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп Семивеличенко Евгений Александрович һайланды, тип билдәләргә.
19-сы Нарыш һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп Фәхретдинов Раил Камил улы һайланды, тип билдәләргә.
Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау
комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау
комиссияһы секретары М.Б. Долматова.



Вернуться назад