“Берҙәм Рәсәй”ҙә — 23 мандат21.09.2016
“Берҙәм Рәсәй”ҙә — 23 мандат Өфө ҡала Советына һайлау йомғаҡтары билдәләнде.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ҡала Советына — 23, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы — 4, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы — 3, “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы”, “Рәсәй пенсонерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы” берәр мандатҡа эйә булды. Бынан тыш, IV саҡырылыш Өфө ҡала Советына үҙ-үҙен тәҡдим иткән өс кандидат инде.
Советҡа һайланған партия ағзалары үҙ мандаттарынан баш тартыу хоҡуғына эйә. Уларҙың урынын исемлек буйынса артабанғы партия вәкилдәре аласаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында вәкиллекле орган депутаттары 18 бер мандатлы һайлау округы һәм берҙәм ҡала округы буйынса һайланды. Һайлау алды көрәшендә 208 кандидат ҡатнашты. Берҙәм һайлау округы буйынса 124 һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса 84 кандидат дәғүә итте. Улар араһында өсөнсө саҡырылыш ҡала Советынан 22 вәкил бар ине.


Вернуться назад