Рифат Шәйхетдинов: “Башҡортостанда һайлау конкурентлы көрәштә үтте”21.09.2016
Рифат Шәйхетдинов: “Башҡортостанда һайлау конкурентлы көрәштә үтте” “Гражданлыҡ платоформаһы” федераль сәйәси комитеты башлығы Рифат Шәйхетдинов Нефтекамала бер мандатлы округта Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеп сыҡты. Уның фекеренсә, республикала һайлау конкурентлы көрәш шарттарында үтте.
“Барыһына ла бер-береһе менән ярышыу мөмкинлеге бирелде. Мәғлүмәттәрҙән, мәғлүмәт агентлыҡтары хеҙмәтенән файҙаланыу, баннерҙар урынлаштырыу тыйылманы. Гәзиттәр сығарҙыҡ, — тине ул. — Һайлау процесына ышанабыҙ. Халыҡ нисек теләй, шулай тауыш бирҙе”.
Рифат Шәйхетдинов әйтеүенсә, партияла һайлауҙа үҙ бурыстарын үтәне. Рәсәйҙә сәйәси системаны артабан үҫтереү өсөн парламентҡа инмәгән бәләкәй партияларҙың да тауышын ишетергә кәрәк, сөнки улар өсөн ил буйынса 13 миллион самаһы кеше тауыш биргән.
“Сәйәсәт — спорт түгел. Унда еңелгәндәр булмай. Парламенттағы төп партиялар бәләкәй партияларҙы ишетмәһә, хәлдең ҡатмарлашыуы бар. Улар быны күрә лә, ишетә лә кеүек. Өҫтәүенә бәләкәй партиялар Дәүләт Думаһындағы сәйәси трибунанан файҙалана алһын өсөн сәйәси һайлау ҡануниәтен үҙгәртеү зарурлығын да аңлай”, — тине Рифат Шәйхетдинов.


Вернуться назад