ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе 18 сентябрҙә үткән Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ЛДПР партияһы республикабыҙҙағы һайлауҙа тауыштарҙың 11,29 процентын йыйҙы. Ул 56,37 процент тауыш алған “Берҙәм Рәсәй”ҙән һәм 18,62 процент тауыш йыйған КПРФ-тан ғына ҡалыша. ЛДПР-ҙан Белорет округы буйынса кандидат Иван Сухарев әйтеүенсә, был һайлауҙа партия һөҙөмтәләрен ярайһы уҡ яҡшыртты. Әле уның кандидаттары 39 мандатҡа эйә булды.
“Һөҙөмтәләргә килгәндә, 2011 йылғы һайлау менән сағыштырғанда күрһәткесте яҡшырттыҡ. Ул осорҙа республикала тауыштарҙың 5,2 процентын ғына алғайныҡ, быйыл иһә 11 проценттан ашыу, — тине ул. — Бынан тыш Өфө ҡала Советына ла һайлау уңышлы үтте. Салауат, Мәләүез ҡалаларында, ҡайһы бер башҡа район һәм ҡала Советтарында вәкилдәребеҙ бар. Беҙ яҡшы эшләнек, тип уйлайым. Партияның, депутаттың, ЛДПР кандидатының хеҙмәте еңел түгел. Беҙ ҡайһы бер башҡа партиялар кеүек һайлау осоронда ғына эшләмәйбеҙ. Граждандар менән даими осрашабыҙ, аралашабыҙ. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ мин 3,5 меңдән ашыу кешене ҡабул иттем, 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәрҙем. Беҙ бер ҡасан да буш вәғәҙә бирмәйбеҙ, һәр кемгә ярҙам итергә тырышабыҙ, һәр мөрәжәғәтте иғтибарға алабыҙ. Һайлау участкаларына килеп, беҙҙең партия, беҙҙең депутаттар өсөн тауыш биреүселәргә рәхмәт”.