Һайлауҙы асыҡтан-асыҡ үткәреү буйынса Башҡортостан ҙур аҙым яһаны, агитация кампанияһы осоронда ла, күҙәтеүселәр эшләгәндә лә ҡаты баҫым булманы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бөтөнләй йәлеп ителмәне. КПРФ-тың төбәк исемлеге лидеры Александр Ющенко әүәлге һайлауҙарҙың тәжрибәһенә нигеҙләнеп, республикала Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына ошондай баһа бирҙе. “Ҙур ҡалаларҙың барыһында ла күҙәтеүселәрҙе күпләп йәлеп иттек. Ҡайһы бер етешһеҙлектәр булды, әлбиттә. Ләкин участкаларҙан көс ҡулланып ҡыуып сығарыу кеүек етди тәртип боҙоуҙар тураһында ишетмәнем”, — тине КПРФ ағзаһы. Александр Ющенконың фекеренсә, партия вәкилдәре ҡайһы бер мөмкинлектәрҙән тейешенсә файҙаланмаған, республиканың иң алыҫ райондарына ла барып етергә кәрәк ине.
“Беҙҙеңсә, Башҡортостанда яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. 400 меңгә яҡын кеше КПРФ өсөн тауыш бирҙе. Был ярайһы уҡ яҡшы күрһәткес, үҫеш йүнәлешен сағылдыра, — тине ул. — Ҡеүәтебеҙ байтаҡҡа юғарыраҡ, исемлек буйынса ике кешене үткәреү өсөн бер аҙ ғына тырышлыҡ етмәне. Вадим Старов 10 мең самаһы тауышты йыя алманы. Алыҫ райондарҙа иғтибарлыраҡ эшләһәк, быға өлгәшергә мөмкин ине”. Александр Ющенко әйтеүенсә, Башҡортостан һайлауҙы ғәҙел үткәреү йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы. “Һайлау кампанияһы барышында беҙ күнеккән административ кәртәләрҙе тойманым”, — тине ул.