Илдар Бикбаев: “Минең һайлау кампаниям республикала иң түбән сығымлыһы булды”21.09.2016
Илдар Бикбаев: “Минең һайлау кампаниям республикала иң түбән сығымлыһы булды” Благовещен бер мандатлы округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеү яулаған Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Илдар Бикбаев үҙенең һайлау кампанияһын республикала иң түбән сығымлыһы тип атаны.
“Федераль кимәлдәге һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаштым, шуға күрә сағыштыра алмайым. Мин запастағы подполковник, йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булып эшләйем. Һайлау капманияһын үткәреүгә күпләп аҡса түгә алмайым. Шуға ла кампания барышында танылған артистарҙы саҡырып тамашалар үткәрмәнем, ҡиммәтле сәйәси технологтарҙы йәлеп итмәнем, ҙур даналы листовкалар баҫтырманым, һайлаусыларға йөрөп сығыу өсөн йөҙҙәрсә кешене ялламаным. Марттан апрелгә тиклем алдан тауыш биреү осоронда уңышҡа нигеҙ һалдым, тип уйлайым. Тап шул мәлдә 18 райондың барыһында ла халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙем”, — тине Илдар Бикбаев.
Йәмәғәт эшмәкәре, кандидат булараҡ, һайлаусылар менән шәхсән осрашты. Муниципаль баҫмаларға айырым иғтибар бирҙе, сөнки бәләкәй ҡалаларҙа һәм райондарҙа тап ошондай баҫмалар йәмәғәтселек фекерен сағылдыра, граждандар уларға ышана.
“Һайлаусыларға туранан-тура аралашырға тәҡдим иттем, һәм улар миңә ышанды. Кампания осоронда ауыл һәм ҡала халҡы менән 178 осрашыу ойошторҙом, район, республика һәм федераль кимәлдәге 29 сарала әүҙем ҡатнаштым”, — тине ул.


Вернуться назад