Стәрлетамаҡ бер мандатлы округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүгә өлгәшкән Алексей Изотов үҙе өсөн тауыш биргән һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙе яҡлаған кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. “Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы булып эшләгәндә ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, социаль объекттар төҙөү, кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалдым, – тине ул. — Дәүләт Думаһындағы эш халыҡ менән бәйләнеште лә күҙ уңында тота. Әле беҙ бик күп биләмәләрҙе йөрөп сыҡтыҡ, наказдар, тәҡдимдәр йыйҙыҡ, проблемаларҙы асыҡланыҡ. Райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте менән берлектә ошо наказдар буйынса эш алып барасаҡбыҙ”.