Вәғәҙә биргәс, яуап тоторға кәрәк21.09.2016
Башҡортостандан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәренең һайлаусылары алдында башҡарылған эш тураһында асыҡтан-асыҡ отчет бирәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һайлау йомғаҡтарына арналған брифинг барышында ошо турала белдерҙе.
– Иң мөһиме – депутаттарҙың һайлаусылары менән эшләүе һәм даими бәйләнештә булыуы. Яңылыҡтарға килгәндә, минеңсә, улар асыҡтан-асыҡ отчет бирергә тейеш. Ғәмәлдә беҙ депутаттарҙың һайлаусылары менән осрашыуҙары нисек үтеүе, уларға ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүҙәре хаҡында аҙ хәбәрҙарбыҙ. Отчеттарҙы асыҡтан-асыҡ тәҡдим итеү практикаһын ғәмәлгә индерергә, бәлки, киң мәғлүмәт сараларын – телевидениены, радионы, гәзиттәрҙе, Интернетты йәлеп итергә кәрәктер тигән фекерҙәмен. Ошондай осрашыуҙар үткәреү зарур, – тине Рөстәм Зәки улы. – Депутаттар был эштән баш тартмаҫ, тип уйлайым, сөнки “Берҙәм Рәсәй” республикабыҙ биләмәһендә ышаныслы еңеү яуланы. Республиканан һайланған 12-13, хатта 14 Дәүләт Думаһы депутатының 10-11-е – “Берҙәм Рәсәй” вәкиле. Улар беҙҙең төбәктән булған депутаттарҙың 75-80 процентын тәшкил итә. Йәғни процент нисбәтендә һөҙөмтә бик юғары.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республика власть органдары ла депутаттарҙан һөҙөмтәле эш талап итәсәк.
Һорауҙарығыҙ булһа...
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығы начальнигы С.К. Путенихин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто, Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа райондары, ҡалалары һәм ауылдары халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.