Зөһрә Рәхмәтуллина: “Башҡортостанда һайлауҙа халыҡ белгән һәм хуплаған кешеләр еңде”20.09.2016
Зөһрә Рәхмәтуллина: “Башҡортостанда һайлауҙа халыҡ белгән һәм хуплаған кешеләр еңде” Республикала һайлау “Ғәҙел һайлау” һәм “Таҙа һайлау” тигән лозунгылар аҫтында үтте. Шуға күрә улар ысынлап та үтә күренеүсән, объектив, принципиаль булды. Белорет бер мандатлы округында һайлауҙа еңеп сыҡҡан Зөһрә Рәхмәтуллина Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына тап ошондай аңлатма бирҙе. Эксперттар баһалауынса, бер мандатлы округтарҙа Дәүләт Думаһы мандаттары өсөн етди көрәш барҙы.
“Үҙем өсөн дә, бер мандатлы округтарҙа еңеп сыҡҡан коллегаларым өсөн дә ғорурланып, көрәш ғәҙел булды, тип әйтә алам. Республикала барыһы ла белгән һәм хуплаған шәхестәрҙең еңеп сығыуы ҡыуандыра”, — тине парламентарий.
Уның әйтеүенсә, еңеү халыҡ вәкилдәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
“Башҡортостандан һәм бер мандатлыларҙан, шулай уҡ партия исемлектәре буйынса кандидаттарҙан етди команда туплана. Беҙҙең бурыс — федераль, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә республикабыҙҙы лайыҡлы сағылдырыу, — тине Зөһрә Рәхмәтуллина. — Дәүләт Думаһы депутаттары закон сығарып ҡына ҡалмай. Беҙ, иң элек, республика файҙаһына эшләйбеҙ, уның мәнфәғәттәрен сағылдырабыҙ, яҡлайбыҙ. Яңы командаға бик етди эш итергә тура киләсәк”.
Яңы һайланған депутат, халыҡ вәкилдәре күп милләтле Башҡортостандың мәнфәғәттәрен сағылдырырға тейеш, тигән фекерҙә. “Бөгөн халҡыбыҙға ысын ярҙам күрһәтеү өсөн беҙгә, депутаттарға тупланырға, берҙәм булырға кәрәк”, — тигән ышаныста парламентарий.


Вернуться назад