Павел Качкаев: “Бер мандатлы һайлау системаһы депутаттарға икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтә”20.09.2016
Павел Качкаев: “Бер мандатлы һайлау системаһы депутаттарға икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтә” Бер мандатлы һайлау системаһы кешеләргә буласаҡ депутат менән ентеклерәк танышыу мөмкинлеген бирә. Хәҙер халыҡ аныҡ кешене һайлай. Өфө бер мандатлы округы буйынса һайлауҙа еңеүгә өлгәшкән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың фекеренсә, был депутаттарға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
“Һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашмайым, шуға күрә үҙ тәжрибәмә таянып, кампанияларҙы сағыштыра алам. Минеңсә, был юлы һайлау тейешле кимәлдә үтте. Оппоненттарымдың ҙур етешһеҙлектәре булманы. Бер мандатлы система һөҙөмтәһендә һәр район халҡы кешеләр алдында яуап тотҡан үҙ депутатын яҡшы белә. Һайлаусыларымдан наказ алдым. Яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһында уларҙы үтәүгә тотонасаҡмын. Мөрәжәғәттәр юл һалыуға, таҙартыу ҡоролмалары, башҡа социаль объекттар төҙөүгә ҡағыла”, — тине Павел Качкаев.


Вернуться назад