Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙа тауыш биреүселәр һанын асыҡланы. “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына барлыҡ комиссияларҙың протоколдарын индергәндән һуң республикала һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны яҡынса 69,78 процент тәшкил итте. Берҙәм тауыш биреү көнөндә 2 миллион 121 мең 993 кеше һайлау хоҡуғынан файҙаланған. Тауыш биреү исемлектәренә йәмғеһе 3 миллион 40 мең 701 һайлаусы индерелгән.
Партиялар араһында “Берҙәм Рәсәй” алда бара. Ул республикалағы һайлауслыар тауышының 56,37 процентын алған. Икенсе урында — КПРФ (18,62 процент), өсөнсөлә — ЛДПР (11,29). “Ғәҙел Рәсәй” тауыштарҙың 6,88, “Рәсәй коммунистары” 1,84 процентын алған. Башҡа сәйәси партиялар өсөн тауыштар һаны 1 проценттан кәмерәк.