Лилиә Ғүмәрова: “Башҡортостан һайлаусылары тотороҡлолоҡто яҡланы, республика һәм ил етәкселеге курсын хупланы”20.09.2016
Лилиә Ғүмәрова: “Башҡортостан һайлаусылары тотороҡлолоҡто яҡланы, республика һәм ил етәкселеге курсын хупланы” Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, республика һайлаусылары юғары әүҙемлек күрһәтте.
“Төбәктә халыҡтың 70 проценттан ашыуы Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашҡан. Был күрһәткес дөйөм Рәсәй кимәленән 20 проценттан ашыуға юғарыраҡ. Алынған тауыштар һаны буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы алда бара. Һайлаусыларҙың 60 проценты тиерлек уның өсөн тауыш биргән”, — тине сенатор.
Лилиә Ғүмәрованың фекеренсә, Башҡортостан халҡы тотороҡлолоҡто яҡланы, ил Президенты һәм республика Башлығы курсын хупланы.
“Ил буйынса ышаныс кимәленең юғарылығы донъя берләшмәһендәге хәлдәргә лә бәйле. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юғары абруйы һөҙөмтәһендә бик күп дәүләттәр һәм халыҡтар Рәсәйгә өмөт менән ҡарай, уны тыныслыҡты һәм тотороҡлолоҡто һаҡлау гаранты тип ҡабул итә”, — тине Лилиә Ғүмәрова.


Вернуться назад