Салауат бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеп сыҡҡан Зариф Байғусҡаров, республикала сабыр, илдәге хәлде аңлаған һәм яҡшыраҡ йәшәргә теләгән кешеләр көн итә тигән фекерҙә. “Алған наказдарымдың үтәлеше йәһәтенән һайлаусыларым алдында йыл һайын отчет тотасаҡмын, — тине Берҙәм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса үткәрелгән брифингта Зариф Байғусҡаров. — Мин күрһәтелгән ышанысты аҡларға тейешмен”. Уның әйтеүенсә, Тыуған илгә 30 йыл хеҙмәт итеү дәүерендә бер ҡасан да сәйәсәт менән бәйле булмаған. Уның менән тәүге тапҡыр праймеризда осрашҡан.
“Партия эсендә тауыш биреү ғәмәле минең өсөн бик файҙалы булды. Кешеләр менән осраштым, уларҙың тормошон күрҙем. Бөтә үтенестәрҙе, мөрәжәғәттәрҙе “Берҙәм Рәсәй”гә ебәрҙек, партияның программа документтарында улар сағылыш тапты. Шуға күрә праймериз кандидаттар өсөн генә түгел, һайлаусыларыбыҙ, аныҡ кешеләр өсөн дә файҙалы булды”, — тине Зариф Байғусҡаров.