Константин Толкачев һайлауҙың төп йомғаҡтарын билдәләне20.09.2016
Константин Толкачев һайлауҙың төп йомғаҡтарын билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың фекеренсә, төбәк биләмәһендә үткән бөтә 193 һайлау кампанияһында партияның еңеүе төп йомғаҡтарҙы тәшкил итә. Был һөҙөмтә һайлаусыларҙың сәйәси карталағы партияларға мөнәсәбәтен ярайһы уҡ асыҡ сағылдыра.
“Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлау айырым әһәмиәткә эйә, әлбиттә. “Берҙәм Рәсәй”ҙең һайлау алды кампанияһы ярайһы уҡ оҙаҡ дауам итте. Асылда эш февраль айында, партия эсендә тауыш биреү тураһындағы ҡарар ҡабул иткәс, башланғайны. Һайлау һөҙөмтәләре ил Президенты Владимир Путин үткәргән сәйәсәткә һәм һайлауҙа партияның республика исемлеген етәкләгән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һайлаусылар мөнәсәбәтенең эҙемтәһе булды”, — тип билдәләне Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Спикер әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” һайлау кампанияларында еңеүгә өлгәшеү йолаһын дауам итте.


Вернуться назад