Көслөнөкө замана, тиһәләр ҙә...16.09.2016
Америка Ҡушма Штаттарындағы хәл-ваҡиғалар, Төньяҡ Кореяның йәнә ядро ҡоралы һынауына әҙерләнеүе, Германия канцлеры Ангела Меркелдең вазифаһынан китеү ихтималлығы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


АҠШ президенты
кем булыр?

Ошо көндәрҙә АҠШ-та 2001 йылда булып үткән терактта һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. Бынан 15 йыл элек булып үткән ҡот осҡос фажиғә АҠШ халҡын ғына түгел, барлыҡ донъя йәмәғәтселеген тетрәндерҙе. Донъяла иң көслө, иң бай, эске һәм тышҡы разведкаһы иң ныҡ үҫешкән тип иҫәпләнгән илдә лә ошондай теракттар ҡылыныуы террорҙан бер кемдең дә ҡотолоп ҡала алмауын иҫбатланы. Террорсылыҡҡа ҡаршы бергәләшеп көрәшкәндә генә уны еңеп буласағын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа аңлап еткермәйҙәр.
2001 йылдың 11 сентябрендәге теракт­та өс меңгә яҡын кеше һәләк булды. Ошо ваҡиғанан һуң АҠШ етәкселеге, ҡанлы мәхшәр ойошторған Усама бен Ладенды тотам тип, Афғанстанға ҡаршы һуғыш асты. Әммә нисәмә йылдарға һуҙылған был һуғышта меңдәрсә кешенең ғүмере ҡыйылды, тик Усама бен Ладенды ғына таба алманылар. Уны тик бер нисә йылдан һуң ғына, Афғанстанда түгел, Пакистанда тыныс ҡына йәшәп ятҡан еренән барып табып, юҡ иттеләр. Ә Афғанстанға АҠШ ғәскәре керетелгәндән һуң был илдә енәйәтселек һәм әфиүн етештереү күләме ике тапҡырға тиерлек артты. 11 сентябрҙең шауҡымы булараҡ, АҠШ Афғанстан менән генә туҡталып ҡалманы, йәшертен рәүештә ядро ҡоралы эшләп яталар тип, Ираҡҡа ҡаршы һуғыш асты. Диктатор тип иҫәпләп, Саддам Хөсәйенде лә юҡ иттеләр. АҠШ ғәскәр кереткәндән һуң Ираҡта граждандар һуғышы башланып китте. Уның шауҡымы бөгөн дә дауам ителә. Һуңғараҡ инде Мысырҙа, Ливияла АҠШ сценарийы буйынса түңкәрелештәр ойошторолдо.
Ливия лидеры Муаммар Каддафи ҙа юҡ ителде. Әммә был илдә лә тәртип урынлаштырылманы, ә, киреһенсә, ҡан ҡойош дауам итте. Һуңғараҡ сират Сүриәгә етте. Ярай әле илебеҙ етәкселеге Бәшәр Әсәд режимын яҡлап сыҡты һәм илде АҠШ һәм уның союздаштарына Афғанстан, Ираҡ, Ливия хәленә төшөрөргә ирек бирмәне.
Сүриәләге хәлде яйға һалыу өсөн бөгөн илебеҙ етәкселеге бик күпте эшләй. Үткән аҙнала Женева ҡалаһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри менән Сүриә мәсьәләһен яйға һалыу буйынса мөһим документтарға ҡул ҡуйҙы. Унда һиллек урынлаштырыуға тәүге аҙым эшләнде. Бына шулай 2001 йылдың 11 сентябрендәге теракттың шауҡымы бик күп илдәргә таралды, һәм донъя унан тиҙ генә арына алмаясаҡ әле. Ни өсөн тигәндә, АҠШ етәкселеге үткәндәрҙән һабаҡ алып өйрәнмәгән һәм һаман да үҙен дөрөҫ юлдан барам тип иҫәпләй.
Әйткәндәй, әле был илдә юғары вазифа өсөн көрәштең ҡыҙған мәле. Республика партияһынан Дональд Трамп, Демократтар партияһынан элекке Дәүләт секретары Хиллари Клинтон төп дәғүәсе булып иҫәпләнә. АҠШ-тағы һайлауҙарға тиклем әле ике ай ваҡыт бар. Тик Хиллари Клинтондың аҙаҡҡаса көрәшергә хәле етерме икән? Быға тиклем ул һайлаусылар менән осрашҡан мәлдә көслө йүткереүҙән сығышын өҙөргә мәжбүр булған ине. 11 сентябрҙә иһә матәм митингыһында хәле бөтөүҙән саҡ йығылмай ҡала, һәм уны тиҙ генә ситкә алып китә һалалар. Һуңынан билдәле булыуынса, уның тын юлы ауырыуы (пневмония) барлығы асыҡлана. Хиллари Клинтон ауырыуы сәбәпле Калифорния штатына һайлаусылар менән осрашыуға барыуҙан баш тарта. Бына шулай, АҠШ-та етәкселеккә кем килере әлегә аныҡ билдәле түгел. Дональд Трамптың һайланыры ла икеле.

Ҡорал менән генә алдыра алмаҫтар

КХДР йәнә бер ядро ҡоралы һынауы уҙғарҙы. Белгестәр билдәләүенсә, уның ҡеүәте 10 килотонна тәшкил иткән. Быйыл ғинуарҙа Пхеньян ҡеүәте 6 килотонна тартҡан ядро ҡоралын шартлатҡайны. Ғөмүмән, 2006 йылдан башлап Төньяҡ Корея инде бишенсе һынау уҙғара. Ил етәксеһе Ким Чен Ын белдереүенсә, яҡын арала тағы ла берәү күҙаллана.
БМО һәм МАГАТЭ етәкселеге КХДР-ҙың ядро ҡоралы һынауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе лә инде. АҠШ етәкселеге иһә бер яҡлы санкция иғлан итәсәген хәбәр итте. Япония менән Көньяҡ Корея ла ут күршеләренең ут менән шаярыуын хәүефләнеп күҙәтә.
Шул уҡ ваҡытта көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә КХДР-ҙың байтаҡ өлөшөн һыу баҫҡан, халыҡ ҙур зыян күргән. Ҡорбандар ҙа бар: 133 кеше һәләк булған, ике тиҫтәгә яҡыны хәбәрһеҙ юғалған. Кешелек тарихындағы иң хәтәр ҡорал эшләргә һәм уны һынарға ниәт иткән КХДР етәкселегенә Аллаһ Тәғәләнең бер һынауы түгелме икән был ҡойма ямғырҙар.
Әммә Ким Чен Ын бының менән генә сикләнергә теләмәй, үҙ илен ҡеүәтле ядро ҡораллы дәүләт итергә йыйына. Тик бар тарафтан да бер ҡоршау эсенә алынған, күрше дәүләттәр менән аралашмай йәшәгән был илдең яҡын арала ғына алға китеренә ышаныс юҡ. Дөрөҫ, ҡорал буйынса бер ни тиклем көсләнер, ә бына иҡтисады ҡомға терәлер, халҡы хәйерселеккә төшөр. Диктатура ла бит мәңгелек түгел, башҡа илдәр миҫалында быны асыҡ күрергә мөмкин.

Германия халҡы мигранттарға ҡаршы

Ә бына демократия сәскә атҡан Европа илдәрендә лә сәйәси көрсөк барлыҡҡа килде. Бөйөк Британияла Европа Союзынан сығыу буйынса референдум булып уҙып, халыҡтың күпселеге ыңғай тауыш биргәндән һуң, был идеяны тормошҡа ашырыусы Дэвид Кэмерон отставкаға китте. Уның урынына Тереза Мэй килде. Был ханым илебеҙгә үҙенең “теш-тырнағын” күрһәтеп өлгөрҙө лә инде.
Ошондай шарттарҙа Германияла ла власть алмашыныу ихтималлығы бар. Ойошторолоуына өс йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, “Германия өсөн альтернатива” партияһы халыҡ араһында абруй яулай бара. Ангела Меркелдең Христиан-демократик партияһы, киреһенсә, үҙенең яҡлыларҙы юғалта. Быға канцлерҙың миграция сәйәсәте төп сәбәп булып тора. Былтыр Германияға Яҡын Көнсығыш илдәренән бер миллиондан ашыу ҡасаҡ күсенде. Ил халҡының күпселеге быға ҡаршы. Шуға ла Ангела Меркель был йәһәттән үҙ ҡарашын үҙгәртмәһә, уның да властан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.





Вернуться назад