“МЕТРО”ның икенсе сираты буласаҡ21.03.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “МЕТРО Кэш энд Керри”ҙың генераль директоры Йерун де Гроот менән осрашыу үткәрҙе.
Унда компанияның Өфөлә “МЕТРО Кэш энд Керри”ҙың икенсе сауҙа үҙәген төҙөү буйынса пландары хаҡында һүҙ барҙы, предприятиеның урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләһе тикшерелде.
“Берлектәге уңышлы эшебеҙҙе дауам итергә теләйбеҙ. Республикала асылған һеҙҙең тәүге предприятиеғыҙ яҡшы финанс һәм иҡтисади һөҙөмтәләргә эйә булыуын беләм”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Йерун де Гроот осрашыуҙың йылы шарттарҙа үтеүен билдәләне һәм, проектты тормошҡа ашырыуҙа МЕТРО республика Президентының ярҙамына иҫәп тота, тип белдерҙе.