Үрмәксе ауын ҡора...09.09.2016
Үрмәксе ауын ҡора...Әлбиттә, Рәсәй Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә һәр саҡ әҙер. Ләкин ул ике яҡ өсөн дә ҡулай булырға тейеш, әлеге кеүек “бер ҡапҡаға” туп тибеүҙән фәтүә юҡ. Ә “туп”тың кем ҡапҡаһына тибелгәне сер түгел. АҠШ сәйәсәте Ер шарын уратып алған үрмәксе ауы кеүек. “Үрмәксе” иһә ниндәйҙер “бөжәк” һуғылыуын көтөп, ау ҡылдарының һелкенеүен һағалап ҡына тора. Эләктеңме, имен ҡотолормон тимә: ҡаныңды эсәсәк. Әйтәйек, Ираҡ, Афғанстан, Ливия, Украина, Сүриә һәм башҡа шундай эреле-ваҡлы илдәр менән шулай булманымы?! Диңгеҙ аръяғынан һуҙылған ошо ауға Рәсәйҙе лә эләктерергә тырыша ул, ләкин илебеҙҙең “себен” түгеллеген һаман аңларға теләмәй шикелле.


Үҙ көйөнә Рәсәйҙе бейетә алмауын һиҙгән АҠШ ҡуштандарын файҙалана. Улары иһә, илебеҙгә ҡаршы санкциялар иғлан итеп, үҙҙәрен дә мөшкөл хәлгә ҡуйҙы. Был “һөжүм”дең, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, илебеҙгә кире йоғонтоһонан бигерәк, ыңғай яҡтары ла бар. Етештергән тауарҙарыбыҙ, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек магазин кәштәләрендә киңерәк урын ала бара. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙеке менән алыштырыу сәйәсәте иһә көнбайыш дәүләттәренең боғаҙына кейҙерелгән боғалаҡ булһа, беҙҙең эшҡыуарҙың һулышын киңәйтеп ебәрҙе.
Ләкин океан аръяғындағы “аҡыллы баштар” Рәсәйгә ҡаршы ау ҡороуҙан туҡтарға теләмәй. Европа илдәренә йоғонтоһон көсәйтеү маҡсатында, илебеҙ тарафынан хәүеф янауын уйлап сығарҙы. Уларҙың хәйләһе билдәле: Рәсәйҙең иҡтисади хәлен емереү, донъя халыҡтары араһында абруйын ҡаҡшатыу...
Әлбиттә, Рәсәй Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә һәр саҡ әҙер. Ләкин ул ике яҡ өсөн дә ҡулай булырға тейеш, әлеге кеүек “бер ҡапҡаға” туп тибеүҙән фәтүә юҡ. Ә “туп”тың кем ҡапҡаһына тибелгәне сер түгел. Америка менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу тураһында Путин да белдерҙе: “Беҙ уны тулы форматта көйләргә әҙербеҙ, – тине ул Ҡытайҙа үткән саммиттан һуң. – Миңә ҡалһа, алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы хәл итеүҙә бер-беребеҙҙе аңлар кимәлгә барып еттек һымаҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләр өҫтөндә эшләүҙе дауам итергә кәрәк, әгәр Лавров менән Керри быға өлгәшә икән, тимәк, Сүриә проблемалары буйынса тағы бер аҙым яһайбыҙ тигән һүҙ”.
Шулай ҙа Мәскәүҙең ышанысын яулар өсөн Америкаға ла, Көнбайыш илдәргә лә байтаҡ эш башҡараһы бар. Ни тиһәң дә, юғалған ышанысты аҡлауы, ай-һай, еңелдән түгел.
Яңыраҡ Ҡытайҙа үткән G20 саммитында Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Барак Обама менән осрашты. Ханчжоу халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә үткән һөйләшеү бер сәғәттән ашыу барҙы. Унда шулай уҡ Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаков, матбуғат секретары Дмитрий Песков, сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Америка Ҡушма Штаттары яғынан Дәүләт секретары Джон Керри ҡатнашты.
Дмитрий Песковтың әйтеүенсә, унда башлыса Сүриә һәм Украина мәсьәләләре ҡаралған. Бер сәғәттән ашыу һуҙылған аралашыуҙан һуң Путин менән Обама күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкән. Сәйәси “шахмат таҡтаһындағы” ике төп фигураның осрашыуы, дөйөм алғанда, һәйбәт тип баһаланды, һәм киләсәктә лә ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк.
Саммит барышында В. Путин Рәсәй иҡтисадының тотороҡлана барыуы тураһында әйтте, ошо йәһәттән киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Донъя иҡтисады ауырлыҡтар кисерә, уны яйға һалыу буйынса саммитта ҡатнашҡан дәүләттәр бергәләп уйларға тейеш – Ҡытай етәксеһе Си Цзинь-пиндың сығышы ошо юҫыҡта булды. “Проблемаларҙы хәл итеүҙә аныҡ саралар күреү өсөн беҙ бер бөтөн командаға тупланырға, һәр дәүләттең фекере күҙ уңында тотолорға тейеш. Донъя иҡтисадын үҫтереүгә Рәсәй мөһим өлөш индерә”, – тине ул һәм халыҡ-ара мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ике дәүләттең ҡараштары тап килеүен билдәләне.
Путин ҡытай дуҫына тәмле күстәнәс тә алып барғайны. “Татлы туңдырма өсөн ҙур рәхмәт. Мин Рәсәйгә барған һайын туңдырма алыуҙарын һорайым, сөнки һеҙҙәге һөт – иң яҡшыһы”, – тине Си Цзинь-пин.
Баҡтиһәң, Рәсәй туңдырмаһын Ҡытайға күләмле партияларҙа индереү тыйыла икән. Путиндың “ишараһын” Ҡытай етәксеһе лә аңлағандыр, моғайын... Күстәнәс ике ил араһындағы сауҙа сәйәсәтенә йылылыҡ өҫтәп ебәрер әле.
Владимир Путин Британияның күптән түгел һайланған яңы премьер-министры Тереза Мей менән дә осрашып, ихлас теләктәрен әйтте, ике аралағы мөнәсәбәттәрҙең юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүенә өмөт итеүен белдерҙе.
Ил Президенты саммиттан һуң күптән түгел вафат булған Үзбәкстан президенты Ислам Кәримовтың ҡәберенә сәскә һалды.
...Ә океан аръяғындағы “үрмәксе” мәкерле ау ҡороуын дауам итә. АҠШ-тың Сауҙа хәүефһеҙлеге министрлығы һәм сәнәғәт бюроһы Рәсәй компанияларына ҡарата санкцияларын тағы ла киңәйтте. Иҡтисади һөжүмгә илебеҙҙең 80-дән ашыу предприятиеһы дусар ителде. Шуларҙың 75-е – Рәсәйҙә, етәүһе – Ҡырымда, икәүһе Гонконг менән Һиндостанда урынлашҡан.


Вернуться назад