КПРФ: киләсәккә ынтылыш бар07.09.2016
Хөрмәтле һайлаусылар!
18 сентябрь, партиялар һәм Дәүләт Дума­һына, район һәм ауыл Советтарына депу­татлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш биреү көнө алдынан алдығыҙҙа ҡатмарлы бурыс тора. Шул уҡ ваҡытта был мәсьәләне сисеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Һеҙгә “Ниндәй илдә йәшәргә теләйһегеҙ, ниндәй ил менән ғорур­ланыр инегеҙ?” тигән һорауға яуап бирергә генә кәрәк. Һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисергән бөйөк Тыуған илегеҙҙе 25 йыл дауамында Көнбайыштың сеймал ҡушымтаһы итеүҙәре, үҙебеҙҙең сәнәғәтте, ауыл хужалығын (67 мең сәнәғәт һәм 27 мең ауыл хужалығы пред­приятиеһы юҡ ителгән), мәғариф тармағын (“ҡулайлаштырыу” һәм “Болон” системаһын ғәмәлгә индереү) емереүҙәре менән килеш­мәйһегеҙ икән, тимәк, ҡәтғи үҙгәрештәр теләйһегеҙ, шуға күрә КПРФ (№ 12) өсөн тауыш бирәсәкһегеҙ.

Пенсияларҙың икеләтә кәмеүенә, аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға хаҡтарҙың һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың унлата артыуына, һәр ерҙә түләүле медицина хеҙмәттәрен ғәмәлгә индереүгә ҡаршы булһағыҙ, тимәк, һеҙ КПРФ-тың илде көрсөктән сығарыу программаһын хуплайһығыҙ.
“Һуғыш балалары” тураһындағы закон ҡабул итеүгә – риза, һәм капиталь ремонтты торлаҡ хужалары иңенә һалыу хаҡындағы законға ҡаршыһығыҙ икән, тимәк, һеҙ беҙҙең менән, ябай эшсене, пенсионерҙы, студентты яҡлап сыҡҡан КПРФ менән.
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы­ның ХVI съезы һайлау алды программаһын ҡа­бул итте һәм партия исемлеге, шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Ду­маһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы раҫланы.
Башҡортостан Республикаһында КПРФ исемлеген Башҡортостан коммунистары тарафынан тәҡдим ителгән Дәүләт Думаһы депутаты, КПРФ Үҙәк Комитетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Андреевич Ющенко, Урал адвокаттар коллегияһының адвокат ярҙамсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, КПРФ-тың Башҡортостан республика бүлексәһе комитеты бюроһы ағзаһы Вадим Николаевич Старов һәм КПРФ-тың Башҡортостан республика бүлексәһе беренсе секретары, Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужин етәкләй.
Һайлау алды программаһында илде икенсегә индустриялаштырырға тәҡдим ителә. Уға өр-яңы завод, фабрикалар, эш урындары, эш хаҡы, тормошто яҡшыртыу, пенсияларҙы, стипендияларҙы һәм пособиеларҙы арттырыу инә. Страховкалы медицинаны бөтөрөү һәм дәүләт ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауға, дарыуға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡты дәүләт көйләүенә күсеү, дәүләт пенсия тәьминәте халыҡтың тормошон яйға һалыу сараһы түгелме ни? Советтар Союзында ла быларҙың барыһы ла булды, Швеция, Норвегия, Швейцария, Австралия һәм башҡа илдәрҙә әле лә бар.
Программабыҙҙың ун пункты – Тыуған илебеҙ киләсәгенең яңы сағылышы ул.

Беҙҙең номер
12



Вернуться назад