Банктар аҙыраҡ, заводтар күберәк30.08.2016
Банктар аҙыраҡ,  заводтар күберәк Бөгөн иҡтиса­дыбыҙ­ҙың аҫты-өҫкә килгән мәл. Һәр бер көслө иҡтисадта ҡеүәтле сәнәғәт бар, ә финанс индустриаль үҫеште тәьмин итә. Ә беҙҙә киреһенсә, спекулятив финанс капиталы үҙ-үҙенә эшләй. Быны туҡтатырға кәрәк. Тап шуға күрә “Гражданлыҡ платформаһы”ның төп лозунгы – банктар аҙы­раҡ, заводтар күберәк!
Илгә индустрия­лаш­ты­рыуҙың яңы тулҡыны бик кәрәк. Емерелгән заводтарҙы тергеҙеү, әлеге кеүек Европа тауары урынына Ҡытайҙа етештерелгәнен алыу түгел, ә импортты ысын алмаштырыу фарыз.
Беҙҙе спекулятив иҡтисадҡа өйрәтеп бөттөләр, алыҫ киләсәккә түгел, бер аҙнаға ғына ҡараш ташлап эшләргә күндерҙеләр. Һөҙөмтәлә кешеләр үҙ көсөнә ышанысын юғалтты, ә иҡтисадта “оҙайлы” аҡса юҡҡа сыҡты. Өр-яңы предприятиелар төҙөү өсөн тиҫтәләрсә йылға аҡса һалыу шарт. Бында инде мотлаҡ дәүләт инвестицияһы талап ителә.

“Гражданлыҡ ПЛАТФОРМАҺЫ”
өсөн тауыш бирегеҙ!
Беҙҙе яҡлағыҙ! Берҙәмлектә КӨС!
http://ПРАВАЯПАРТИЯ.РФ




Вернуться назад