“Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы: социаль өлкә30.08.2016
“Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы: социаль өлкә “Берҙәм Рәсәй” – һәр кемдең тауышын ишетеү – беҙҙең бурыс!
Һәр кешегә иғтибар – дөйөм киләсәктең
нигеҙе


Рәсәй – социаль дәүләт. Унда кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары юғары ҡиммәтте тәшкил итә. “Берҙәм Рәсәй”ҙең социаль сәйәсәтенең бөтә асылы ошонда. Беҙҙең өсөн кешеләргә ысын, һиҙелерлек, лайыҡлы һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелеүе мөһим. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу – тотороҡло социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙе. Һәр кеше сифатлы белем алыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш табыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Социаль яҡлауға мохтаж булғандарҙы уның менән тәьмин итеү фарыз. Беҙ иҡтисади мәсьәләләрҙе социаль өлкә иҫәбенә хәл итә алмайбыҙ һәм итмәйәсәкбеҙ ҙә.

Лайыҡлы эш,
хеҙмәт хаҡы
һәм пенсиялар


“Берҙәм Рәсәй” граждандарҙың хеҙмәт хаҡын һәм уларҙың киле­мендәге тигеҙһеҙлекте ҡыҫҡартыуҙы яҡлай. Яҡын арала түбәндәге эштәрҙе башҡарырға кәрәк тип иҫәпләйбеҙ:
– Хеҙмәткә түләүҙең өлгәшелгән реаль кимәлен һаҡлап ҡалыу, ә 2018 йылдан иҡтисадтың үҫеш йылдам­лығына ярашлы уны арттырыуҙы тәьмин итеү.
– Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуҙы дауам итергә. Мәктәп уҡытыусыларына – төбәктәге уртаса эш хаҡына тиклем; балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә – төбәктәге дөйөм мәғариф өлкәһендәге уртаса эш хаҡына тиклем; урта һөнәри белем биреү уҡытыусыларына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – 2018 йылға төбәктәге уртаса эш хаҡына тиклем; табиптарға, юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡытыусыларға – 2018 йылға төбәктәге уртаса эш хаҡының 200 процентына тиклем; социаль хеҙмәткәрҙәргә, урта һәм кесе медицина персоналына – 2018 йылға төбәктәге уртаса эш хаҡына тиклем. Шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” эш хаҡы хеҙмәткәргә эш бурыстарын арттырыу иҫәбенә күтәрелмәһен өсөн сифатҡа контроллек итәсәк.
– Эш тәжрибәһе булмаған юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға, хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡ һәләте түбәнерәк булған граждандарға, шул иҫәптән инвалидтарға, өлкән йәштәгеләргә, кескәй балаһы булған ата-әсәләргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү.
– Эш хаҡы буйынса бурысҡа юл ҡуймау сараларын тормошҡа ашырыу.
– 2020 йылға тиклем хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыу.
– Устав капиталында акцияларҙың (өлөштәрҙең) 50 проценттан ашыуы Рәсәй Федерацияһы милкендә булған дәүләт корпорациялары, компаниялары һәм хужалыҡ йәмғиәттәре топ-менеджментының эш хаҡы күләменең ошо ойошмаларҙағы эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә һәм табышына бәйлелеген билдәләү.
– Пенсионерҙарҙың йәшәү кимәлен һаҡлап ҡалыу, ә 2017 йылдан хаҡтарҙың артыу йылдамлығына ярашлы уны күтәреүҙе тәьмин итеү. Уртаса пенсия уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итергә тейеш.
Әсәлек капиталын
2018 йылдан һуң да бирергә


15-20 йыл элек кенә Рәсәй халҡы йыл һайын бер миллион кешегә кәмей ине. Эксперттар беҙгә артабан да демография упҡынына тәгәрәүҙе вәғәҙә иткәйне. “Берҙәм Рәсәй”ҙең туранан-тура ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан тормошҡа ашырылған демографик программа ошо тенденцияны үҙгәртеү мөмкинлеген бирҙе. Алты йыл эсендә ил халҡы дүрт миллионға, ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр һаны икеләтә артты.
Һөҙөмтәне нығытыу өсөн беҙ түбәндәгеләрҙе планлаштырабыҙ:
– 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң да “Әсәлек капиталы” программаһын, өсөнсө бала һәм артабанғылары тыуған осраҡта ғаиләләргә айлыҡ аҡсалата түләүҙе дауам итеү.
– Өс йыл эсендә күп балалы ғаиләләрҙе инфраструктуралы ер участкалары менән тәьмин итеү бурысын үтәү.
– Тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға айырым иғтибар биреп, сабыйҙар өсөн һауыҡтырыу-ял системаһын үҫтереү.
– Мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләргә дәүләт социаль ярҙамы күләмен арттырыу өсөн төбәктәргә федераль бюджеттан булышлыҡ күрһәтергә кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ.
Барыһы өсөн дә
тиң мөмкинлектәр һәм тормош сифаты

Илебеҙҙә инвалидтарға мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
2011 йылдан “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә мөһим объекттарҙың яртыһынан күберәгендә инвалидтар һәм халыҡтың хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән башҡа төркөмдәре өсөн уңайлыҡтар булдырылды. Мәғариф ойошмаларында инвалид балаларға инклюзив белем биреү һәм ҡаршылыҡһыҙ дөйөм мөхит булдырыу йәһәтенән шарттар тыуҙырыла. Артабан беҙ түбәндәгеләрҙе планлаштырабыҙ:
– Инвалидтар өсөн объекттарға инеү һәм хеҙмәттәргә эйә булыу йәһәтенән уңайлыҡтарҙы арттырыу.
– Инвалидтарҙы һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу.
– Инвалидтарға һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль, медицина һәм реабилитация хеҙмәте күрһәтеүҙә коммерцияға ҡарамаған секторҙың, шәхси эшҡыуарҙарҙың, шул иҫәптән социаль эшҡыуарлыҡ ойошмаларының ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтеү.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының һайлау алды программаһы кеше тормошоноң бөтә өлкәләрен яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Һәр кемде ишетһәк, барыһын да башҡара алырбыҙ!





Вернуться назад