Үҙәк һайлау комиссияһында осрашыу24.08.2016
23 августа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Сергей Сироткиндың сәйәси партияларҙың урындағы бүлексәләре етәкселәре, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар менән осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Сараны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы. Ул шулай уҡ төбәктә һайлау кампанияһы барышы тураһында сығыш яһаны.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Сергей Сироткин республикаға планға ярашлы һәм танышыу маҡсатында килеүе тураһында хәбәр итте, йылдың төп ваҡиғаһының сәйәси әһәмиәтен билдәләне.
– Һайлау асыҡтан-асыҡ, ғәҙел үтергә тейеш. Һайлаусы был сараға ышаныс бағламаһа, уны үткәреүҙән ниндәй файҙа? – тине Сергей Никонорович. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының эшенә ул ыңғай баһа бирҙе.
Теркәлгән кандидаттарҙың һәм сәйәси партияларҙың һайлау фондтары, агитация сараларын финанслау тәртибе хаҡында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова һөйләне.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә Сергей Сироткин сәйәси партияларҙың урындағы бүлексәләре етәкселәренең, теркәлгән кандидаттарҙың, шулай уҡ уларҙың вәкилдәренең быйылғы һайлау кампанияһына ҡағылған һорауҙарына яуап бирҙе.