Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо30.11.2011
2011 йыл, 25 ноябрь 1501-р
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2002 йылдың 19 февралендәге “Рәсәй Федерацияһында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона дәүләт күҙәтеүе органдары тарафынан теркәлгән тракторҙарға, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарға һәм уларҙың тағылмаһына дәүләт техник тикшереүе үткәреү тәртибе тураһында”ғы 117-се ҡарарына ярашлы (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 7 майындағы 265-се ҡарары нигеҙендә индерелгән үҙгәрештәр менән), машиналарҙың техник торошоноң кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы, мөлкәт һәм тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефһеҙлек талаптарына, билдәләнгән стандарттарға, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә, машиналарҙы файҙаланыу буйынса инструкцияларға һәм башҡа норматив документтарға тап килеүен тикшереү маҡсатында:
1. Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһына 2012 йылда түбәндәге тәртиптә тракторҙарға, үҙйөрөшлө машиналарға, тағылмаларға дәүләт техник тикшереүе үткәрергә:
1 февралдән 30 июнгә тиклем (агросәнәғәт комплексында — 15 апрелгә тиклем) — милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ойошмаларға, Рәсәй Федерацияһы граждандарына, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә ҡараған тракторҙарға, юл-төҙөлөш машиналарына, ҡаргиҙәрҙәрҙе индереп, юлһыҙ ерҙә йөрөүсе техникаға, уларҙың тағылмаларына;
15 майҙан 15 июнгә тиклем — агросәнәғәт комплексы ойошмаларына, шул иҫәптән фермер хужалыҡтарына, сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы хужалыҡтарына ҡараған мал аҙығы йыйыу комбайндарына, үҙйөрөшлө бесән сапҡыстарға;
15 июндән 15 июлгә тиклем — агросәнәғәт комплексы ойошмаларына, шул иҫәптән фермер хужалыҡтарына, сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы хужалыҡтарына ҡараған иген йыйыу комбайндарына;
15 августан 31 авгусҡа тиклем — агросәнәғәт комплексы ойошмаларына, шул иҫәптән фермер хужалыҡтарына, сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы хужалыҡтарына ҡараған сөгөлдөр ҡаҙыу комбайндарына, сөгөлдөр тейәгестәргә, бурт һалғыс машиналарға.
2. Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһына йыл һайын үткәрелгән дәүләт техник тикшереүе башланғансы хужаһы алмашыныуға бәйле үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм тағылмаларҙы ҡайтанан теркәүҙе тамамларға.
3. Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарына һәм ҡала округтарына файҙаланыуға әҙер үҙйөрөшлө техниканы һәм трактор тағылмаларын ваҡытында дәүләт техник тикшереүенә әҙерләүҙе ойоштороуҙы тәҡдим итергә.
4. Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына, “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы” дәүләт унитар предприятиеһына республиканың киң мәғлүмәт сараларында үҙйөрөшлө машиналарға һәм тағылмаларға йыл һайын үткәрелә торған дәүләт техник тикшереүе һөҙөмтәләрен яҡтыртыуҙы тәьмин итергә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Премьер-министры А.Ф. Илембәтов.