Беҙ – үҫеш партияһы, һәм беҙҙең стратегия – үҫеш стратегияһы23.08.2016
Беҙ – үҫеш партияһы, һәм беҙҙең  стратегия – үҫеш стратегияһы Һәр граждандың тормошон яҡшыртыу хаҡына конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған өр-яңы заманса иҡтисадты үҫтереү – партия Рәсәйҙе туплаясаҡ милли идеяны тап ошондай итеп күрә.

Үҫеш стратегияһының маҡсаты – өр-яңы, заманса, юғары етештереүсәнле һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары булдырыу.
Төп маҡсаттарын макроиҡтисади тотороҡлолоҡ, инфляцияны иҫәпкә алмау, ҡәтғи финанс сәйәсәте тәшкил иткән сеймал рентаһын һатыуҙы, идара ителгән тиҫтәләрсә сеймал һәм финанс гиганттарын күҙ уңында тотҡан иҡтисадтан өр-яңы, йәнле үҫеш иҡтисадына, шәхси башланғыс һәм ысын конкурентлыҡ, заманса сәнәғәт һәм агропредприятиелар, заманса технологиялар һәм һөҙөмтәле социаль сәйәсәт иҡтисадына, инвестицияларҙы дәртләндереү сәйәсәтенә күсеү ярҙамында ғына быға өлгәшергә мөмкин.

Иҡтисад барыһынан өҫтөн

Беҙ кешенең төп азатлыҡтарын алға киткән конкурентлы иҡтисадҡа эйә булған илдә генә тормошҡа ашырырға мөмкин, демократияға табан юл иҡтисадты үҫтереү аша һалына тип инанабыҙ.
Беҙ сәйәси азатлыҡтар:
lИнаныуҙар, сәйәси һәм ижтимағи һайлау азатлығы яҡлыбыҙ.
lЙәшәү киңлеге, яһалма сиктәр билдәләнмәгән хәрәкәт итеү маршруттарын һайлау азатлығы яҡлыбыҙ.
lМәғлүмәт киңлеге, Интернет азатлығы яҡлыбыҙ.
Әммә, беҙҙеңсә, бөгөн иң мөһиме – иҡтисади азатлыҡ:
lАҡса эшләү, йүнселлек азатлығы!

Үҫеш партияһының бурыстары

lКредит ҡоллоғон бөтөрөү. Йыл һайын иҡтисадтың реаль секторына 1,5 триллион һум оҙайлы һәм арзан кредит бирергә. Предприятиелар өсөн ставка – иң күбе 5,5 процент, ҡулланыу кредиттары буйынса – иң күбе 10 процент.
lБәләкәй бизнесты, үҙҙәрен эш менән тәьмин итеүселәрҙе күләгәнән сығарыу, законлаштырыу һәм үҫтереү. Бының өсөн үҙҙәрен эш менән тәьмин итеүселәр өсөн түләүһеҙ патенттар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъ­екттары предприятиелары өсөн өс йыллыҡ һалым каникулы кәрәк.
lБизнесҡа ҡаршы административ көрәште туҡтатыу. Йылына иң күбе ике тапҡыр тикшереүҙәр үткәреү, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын тикшереүгә биш йыллыҡ мораторий, административ амнистия. Бизнесҡа ҡаршы енәйәт эштәрен бер нисә тапҡырға кәметеү. Енәйәт ҡануниәтенең алтынсы гуманизация пакетын ҡабул итеү.
lӨр-яңы индустриялаштырыу. Яңы предприятиеларҙы һалымдарҙан биш йылға азат итеү, ғәмәлдәгеләренә яңы ҡорамалдарға һалым зачеты.
lВатан иҡтисадын үҫтереү өсөн тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу. Илебеҙҙәге энергия ресурстарына һәм сеймалға хаҡты экспортҡа ҡарағанда түбәнерәк билдәләү.
lАрзан торлаҡ. Мохтаждарға ипотека – йылына иң күбе 3 процент, ҡалғандарға иң күбе 10 процент арттырып түләү шарты менән.
lКадастр хаҡын баҙар хаҡына тиңләштереү. Кадастр хаҡын иҫәпләү тәртибен тамырынан үҙгәртеү талап ителә.
lХоҡуҡи дәүләтте раҫлау. Бойон­дороҡһоҙ, әммә яуаплы судтар: бөтә кимәлдәге судьяларҙы һайлау, иҡтисади енәйәттәр буйынса присяжныйҙар суды.
lТыйыуҙарҙы тыйыу. Дәүләткә граждан­дарҙың шәхси тормошона саманан тыш ҡатнашыуҙы тыйырға. Граждандарҙың хоҡуғын сикләгән башланғыстарҙы йәмәғәтселек тарафынан раҫлау.
lИнтернет азатлығы. Инновациялы бизнесҡа ярҙам: табыш – һалымһыҙ, Интернет – сикһеҙ. Блокчейнға һәм криптовалютаға булышлыҡ итеү.
lХалыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү. Изоляционизм түгел, ә асыҡлыҡ.
lПрофессиональ армия. Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ғәмәлдән сығарырға кәрәк. Хеҙмәт итеү – бурыс түгел, ә профессия.

Беҙ Рәсәйҙе үҫтереүҙең күләмле һәм йылдам моделен – “Үҫеш стратегияһы”н эшләүҙе үҙ иңебеҙгә алабыҙ. Ул илде оҙайлы үҫтереүҙең нигеҙенә әүерелергә тейеш.

Беҙ – эш кешеләре

Беҙ демократиялы йәмғиәттең, һөҙөмтәле иҡтисадтың, тотороҡло дәүләт системаһының таянысын тәшкил итәбеҙ. Беҙ бизнеста ла, фәндә лә, мәҙәниәттә лә, Тыуған илде һаҡлауҙа ла эште оҫта башҡара алабыҙ.
Беҙ төрлө кешеләрбеҙ, әммә барыбыҙҙы ла үҙаллылыҡ, әүҙемлек, фекерләү ҡеүәһе берләштерә. Беҙ тарихтың хәл иткес мәлендә мөһим роль уйнарға тейешбеҙ. Үткәндәрҙә ғорурланырлыҡ нәмәләр бар. Киләсәк өсөн әһәмиәтле булған һөҙөмтәгә лә үҙебеҙ өлгәшәбеҙ. Пландарҙы бөгөнгө файҙаны ғына түгел, шулай уҡ бөтә илдең иртәгәһен һәм киләсәген хәстәрләп төҙөйбөҙ. Беҙҙең сафтар тәжрибәле, айырым предприятиеларҙы, тармаҡтарҙы, хатта тотош илдәрҙең иҡтисадын үҫтереү теорияһын һәм практикаһын белгән меңдәрсә эшҡыуарҙы, ғалимды, сәйәсмәнде берләштерә. Беҙ ватан иҡтисадының үҙәген тәшкил иткән, эш урындарының күпселеген булдырған, милли байлыҡтың төп өлөшөн етештергән йөҙҙәрсә мең бәләкәй, урта һәм ҙур предприятиеның мәнфәғәтен сағылды­рабыҙ. Яңы Рәсәйҙең эшселәр ҡатламы вәкилдәре өсөн “бизнес” һәм “уңыш” төшөнсәләре абруй, эш этикаһы, илде үҫтереү кеүек төшөнсәләрҙән айырылғыһыҙ.
Беҙ көс-ҡеүәтебеҙҙе киләсәккә йүнәлтәбеҙ, үҙебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе, илебеҙҙе үҫтереүгә инвестиция һалабыҙ, сөнки яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ йәшәргә теләйбеҙ. Тормошобоҙ өсөн яуаплылыҡты дәүләт иңенә һалмауҙы, үҙ көсөбөҙгә таяныуҙы хуп күрәбеҙ, шуға ла үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ түләйбеҙ. Тырышлығыбыҙҙың ил ҡоролошо менән бәйлелеген күрәбеҙ.
Сеймал менән бәйле булмаған эшҡы­уарлыҡ, йәмғиәттә йоғонтоһон арттырып, бөтә сәйәси системаны алға әйҙәрлек локомотивҡа әүерелә ала, тип ышанабыҙ. Беҙгә конку­рентлыҡ, шәхси башланғыс һәм заманса технологиялар иҡтисады кәрәк. Уның ҡағиҙәләрен үҙебеҙ генә төҙөй алабыҙ.
Үҫеш партияһы сафында сеймал менән бәйле булмаған бизнес сәйәси юҫыҡҡа сыға. Сөнки ул үҫте һәм бының өсөн ваҡыт етте.

Партия ниңә кәрәк?

15 йыл элек, ике мең йыллыҡ сигендә, үҙенең демократик юлын раҫлап, беҙ сәйәсәттән киттек һәм яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреүгә иғтибарҙы йүнәлттек. Нефткә хаҡтар юғары булған осорҙа күптәребеҙ үҙ эше менән уңышлы шөғөлләнде, ҡалғанын иһә дәүләт ҡарамағына ҡалдырҙыҡ.
Әммә сеймалға хаҡ төштө, шуның менән тотороҡло һәм имен иртәгәһе көнгә өмөттәребеҙ ҙә кәмене. Иҡтисадтағы стагнацияның торғонлоҡҡа күсеүе ихтимал.
Сәйәси апатиянан сығырға, йоҡонан уянырға ваҡыт. Киләсәгебеҙ, илебеҙ хәүеф аҫтында.
Беҙ ҡайтанан сәйәсәт менән шөғөлләнә башларға тейешбеҙ. Алға өр-яңы конкурентлы иҡтисадты үҫтереүгә йәки артҡа, хужалыҡ итеүҙең план-дәүләт системаһына, бөтә донъянан айырымланыуға табан ике генә юл бар. Әммә беҙ “яҡты үткәндәргә” ҡайтырға ла, киләсәккә ишектең ябылыуына ла юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Беҙгә өр-яңы иҡтисад кәрәк – тәбиғи рента иҡтисады түгел, ә конкурентлыҡ, шәхси башланғыс һәм заманса технологиялар иҡтисады. Ә бының өсөн өр-яңы закондар талап ителә.
Эш кешеләре партияһын – Үҫеш партияһын ойоштороу Хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәтенә йоғонто яһау мөмкинлеген бирәсәк. Уның Дәүләт Думаһында урын алыуы өр-яңы иҡтисад төҙөү өсөн закондар ҡабул итеү, меңдәрсә эшҡыуарҙы һәм бәләкәй, уртаса предприятиеларҙа эшләгән миллиондарса кешене йоғонтоло яҡлау мөмкинлеген бирәсәк.
Үҫеш партияһы сафында беҙ Рәсәйҙең яҙмышын үҙгәртеү өсөн сәйәси аренаға сығабыҙ. Беҙҙең ваҡыт етте.
Эш кешеләренә сәйәсәттә үҙ тауышы кәрәк.

Агитация материалы “Һайлау тураһында” Федераль законға ярашлы түләүһеҙ баҫыла.




Вернуться назад