“Берҙәм Рәсәй” – власть һинән башлана!23.08.2016
18 сентябрҙә һәр ҡайһыбыҙ, һайлау участкаһына килеп, “Кем өсөн тауыш бирергә?” тигән һорауға яуап бирәсәк.
Һорау ябай түгел, сөнки ул Дәүләт Думаһы депутатын һайлауға ғына бәйләнмәгән. Һәр тауыш киләһе биш йыл эсендә илебеҙҙең ҡайҙа һәм нисек барасағын билдәләйәсәк.
15 йыл дауамында Рәсәйгә намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт иткән осорҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы иң күләмлегә һәм йоғонтолоға әүерелә алды. Һеҙҙең ышаныс ғәйәт ҙур тырышлыҡ менән яуланды. Ә ваҡыт һынауын үткән һөҙөмтә ҡаҙаныштар һәм ысын эштәр, һайлау алдынан биргән вәғәҙәләрҙең үтәлеше өсөн яуаплылыҡ менән иҫбатланды. Ваҡыт бурысыбыҙҙы үтәй алыуыбыҙҙы күрһәтте, хәҙер һөҙөмтәне нығытырға кәрәк.
Һуңғы биш йыллыҡта “Берҙәм Рәсәй” ярҙамы менән республикабыҙ ярайһы уҡ ҙур алға китешкә өлгәште. Сәнәғәт — 40 процентҡа, инвестициялар ике тапҡырға артты, 60 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылды. Һөҙөмтәләр насар түгел. Әммә уларға туҡталып ҡалырға ярамай. “Берҙәм Рәсәй” партияһы тормоштоң бөтә өлкәләрендә үҫешкә өлгәшеүҙең стратегик проекттарын тәҡдим итә. Улар киләһе биш йылда иң мөһим йүнәлештәргә әүереләсәк. Был үҫеш проекттары граждандарҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тәрән иҡтисади һәм социаль үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.
Илдәге бөтә ресурстарҙың иң мөһиме – кеше. Барыбыҙ ҙа – донъяға иркен ҡараған, үҙ илен һәм мәҙәниәтен яратҡан, Рәсәй менән бергә үҫергә әҙер булған ирекле кешеләрбеҙ. Һөйөклө илебеҙгә ышанаһығыҙ, тип инанабыҙ. Һеҙҙең ярҙамға һәм хуплауға таянып ҡына беҙ артабан да бөтә Рәсәй йәмғиәте мәнфәғәтендә бергәләп эшләй аласаҡбыҙ! Партия тарафынан ғәмәлгә ашырылған үҙгәртеп ҡороуҙарҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә.
Партияның ҡайһы бер тәҡдимдәре һаулыҡ һаҡлауға ҡағыла. Иң мөһим мәлдәрҙең береһе – республиканың алыҫ райондарында йәшәгән халыҡҡа тар белгестәр тарафынан тикшереү ойоштороу. Ул биләмәләрҙәге кешеләр өсөн был көнүҙәк проблема. Әле Башҡортостан Республикаһында демографик хәл тотороҡло, әммә райондарҙа медицина кадрҙарына ҡытлыҡ күҙәтелә.
Медицина белгестәре тарафынан күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштороу йәһәтенән партияға депутаттар корпусын, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт органдарын, йәмәғәт ойошмаларын, ирекмәндәр хәрәкәтен ғәмәлгә индереү зарур. Улай ғына ла түгел, белгестәрҙе тәү сиратта ҡайҙа ебәреү кәрәклеген аныҡ асыҡларға кәрәк.
Беҙҙең программала шулай уҡ социаль өлкәгә, властың асыҡлығына, аграр секторға, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға, яңы уҡыу урындары булдырыуға (быйыл ғына ошо маҡсатҡа 50 миллиард һум аҡса бүленде) ҙур иғтибар бирелә. Йәш быуындың һаулығына етди баҫым яһала. Әйткәндәй, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү проектына ярашлы “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Башҡортостанда ошондай ундан ашыу комплексты сафҡа индерҙе.
Әле партия тарафынан йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә 40-тан ашыу проект ғәмәлгә ашырыла. Улар араһында “Реаль эштәр” проекты иң күләмлегә һәм популярға әүерелде. Был проектҡа ярашлы нимә төҙөүҙе йәки төҙөкләндереүҙе кешеләр үҙҙәре хәл итә. 2015 йылда ул ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән етди ярҙамға, граждандар йәмғиәтендә мөһим элементҡа, власть менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең сағыу миҫалына әүерелде. Уның нигеҙендә Башҡортостандағы ауыл, ҡала, район халҡының 700 проекты тормошҡа ашырылды. Мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөкләндерелде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү системалары сафҡа инде, биләмәләргә өлөшләтә газ һәм электр үткәрелде һ.б. Быйыл йәй халыҡтың наказы нигеҙендә “проблемалар банкы” төҙөлдө. Көнүҙәк мөһим мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итеү өсөн әүҙемерәк эшләргә, шул уҡ ваҡытта сифатты юғалтыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Бөгөн проекттың тәжрибәһе менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Киләсәктә уның федераль кимәлгә сығыуы ла мөмкин.
Беҙ революцияларҙан һәм тетрәнеүҙәрҙән азат булған тотороҡлолоҡ яҡлыбыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – кешенең именлеге һәм илебеҙҙең үҫеше. Лайыҡлы йәшәү кимәле, социаль яҡланғанлыҡ, һәр кем өсөн көсөңдө һәм һәләтеңде файҙаланыу. Барыһы өсөн дә – көслө, бойондороҡһоҙ, ғәҙел дәүләт. Балаларыбыҙҙың именлеге, лайыҡлы эшләү, йәшәү һәм белем алыу мөмкинлеге, киләсәккә хәүефләнмәйенсә ҡарау хоҡуғы.
Беҙ популизм менән шөғөлләнмәйбеҙ һәм үтәлмәҫлек вәғәҙәләр бирмәйбеҙ. Эш алымы беҙҙә ундай түгел! Халыҡ буш һүҙгә түгел, ә ысын эшкә ышана!
БЕРҘӘМ РӘСӘЙ – “халыҡ партияһы”, сөнки, социаль-иҡтисади хәлдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, беҙ һәр саҡ халыҡ менән берҙәм. Башҡа бик күп сәйәси көстәрҙән айырмалы, беҙ һайлау кампанияһы осоронда ғына түгел, һәр саҡ әүҙем. Эшебеҙҙең һөҙөмтәләренә ҡарағыҙ: күп һанлы төҙөлөштәр, тормош сифатын эҙмә-эҙлекле яҡшыртыу, төбәк инфраструктураһын үҫтереү – быларҙың барыһы ла тырыш хеҙмәт емеше. Беҙгә өлгәшелгәндәргә туҡталып ҡалырға ярамай! Артабан да алға барырға һәм халыҡ мәнфәғәтендәге эшебеҙҙе дауам итергә кәрәк!
Сағыу миҫал – партияның тыуған көнө – 1 декабрҙә граждандарҙы ҡабул итеү. Был сараны 1 100-ҙән ашыу майҙансыҡта “Берҙәм Рәсәй”ҙең бөтә кимәлдәге депутаттары республиканың һәр биләмәһендә үткәрҙе. Был көндө граждандарҙы ҡабул итеүҙән тыш брифингтар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Уларҙың ҡайһы берҙәре партияның “Реаль эштәр” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән объекттарҙа уҙғарылды. Был көндө депутаттарға 5,7 меңдән ашыу кеше үҙҙәренең үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 1 300-ҙән ашыуы ыңғай хәл ителде. Әйткәндәй, партия рәйесенең төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе, һәр ҡалалағы бүлексәләр республика халҡына ярҙам күрһәтә, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләй.
Былтыр партияның төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә 2000-дән ашыу, урындағы ҡабул итеү бүлмәләренә иһә 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Был партияға ихтыяждың булыуы, халыҡтың беҙҙән ярҙам һәм ысын эштәр көтөүе хаҡында һөйләй.
Уңышыбыҙ нигеҙҙәренең береһе – даими яңырыу, кадрҙар ротацияһы. Быйыл Дәүләт Думаһында партияның вәкиллеге етди яңырырға тейеш, тип күҙаллайбыҙ.
Был – партияның ябай Һайлау алды программаһы ғына түгел. Был – киләһе биш йылда тормошҡа ашырылырға тейешле ғәмәлдәр планы. Уның нигеҙен эшебеҙҙең асылын, иң мөһим өҫтөнлөктәрҙе аныҡ аңлау тәшкил итә.
Агитация материалы “Һайлау тураһында” Федераль законға ярашлы түләүһеҙ баҫыла.