Ҡәҙерле дуҫтар!
18 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау үтә. Беҙ ҡеүәте йәһәтенән бик көслө команда тупланыҡ. Ғәмәлдәге депутаттарҙың иң һөҙөмтәлеләре, ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, иҡтисад, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә танылған белгестәр – буласаҡ депутаттар корпусының нигеҙе бына ошо. Профессионалдар командаһы
Беҙҙең партиянан Дәүләт Думаһына титуллы Рәсәй футбол тренеры Валерий Газзаев һәм легендар хоккейсы Александр Мальцев, “Право голоса” аналитик программаһын алып барыусы Роман Бобаян, интеллектуаль телеуйындарҙа күп тапҡырҙар еңеп сыҡҡан Анатолий Вассерман, сәйәси эшмәкәр һәм Яҡын Көнсығыш, Үҙәк Азия илдәре проблемалары буйынса эксперт Семен Багдасаров, илдең иң сағыу иҡтисадсыһы Михаил Делягин һәм Ватаныбыҙға хеҙмәт итерлек башҡа бик күп билдәле шәхестәр дәғүә итә.
Дәүләт Думаһына үҙебеҙҙең исемлекте тәҡдим иткән съезда уҡ Михаил Делягин менән Валерий Газзаев “Ғәҙел Рәсәй” партияһы таныҡлығын алды.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр
беҙҙән ниңә ҡурҡа?
Беҙ – уларҙы тулыһынса алмаштырырлыҡ, Президентҡа төп таяныс булырлыҡ, илде көрсөктән сығарырлыҡ берҙән-бер партия. Йыл ярым дауамында беҙ ил Хөкүмәтенә граждандарҙан наказ йыябыҙ. Әле 5 миллиондан ашыу кеше “Хөкүмәт, эшлә йәки кит!” акцияһына ярашлы ғәҙел талаптар аҫтына ҡул ҡуйҙы.
Беҙ “Берҙәм Рәсәй” Рәйесе Дмитрий Медведев етәкселек иткән Министрҙар Кабинетына: “Эшләй башлағыҙ. Халыҡ һеҙгә мөмкинлек бирҙе. Халыҡтың ихтыярын һәм Президент указдарын үтәгеҙ. Булдыра алмайһығыҙ, теләгегеҙ юҡ икән – урындарығыҙҙы бушатығыҙ. Эшләгеҙ йәки китегеҙ!” – тип әйтәбеҙ.
Владимир Путиндың
беҙҙе хуплағаны
2014 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа көрсөктөң ысын тотҡондары хаҡында һөйләнем. Улар – хаҡтарҙың артыуы, ташламаларҙың һәм эш хаҡының ҡыҫҡарыуы менән туранан-тура осрашҡан бюджет хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, ябай граждандар.
Президентҡа ялыу менән бөтәһе лә килә. Әммә мин ялыу итмәнем. Мин дәүләт башлығына ауыр осорҙа Рәсәй халҡына ярҙам һәм уны яҡлау буйынса саралар комплексын тәҡдим иттем. Мәҫәлән, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау үҙәктәрен асыу концепцияһы Президентта хуплау тапты.
2015 йылдың ғинуарында беҙ тәүге 11 үҙәкте астыҡ. Халыҡ менән аралашҡанда барлыҡ миллионлы ҡалаларҙа көрсөккә ҡаршы ҡабул итеү бүлмәләрен асырға вәғәҙә бирҙем. Һүҙемдә торҙом, вәғәҙәмде хатта арттырып үтәнем. Бөгөн Калининградтан алып Көньяҡ Сахалинға, Архангельскиҙан алып Севастополгә тиклем “Ғәҙел Рәсәй”ҙең ошондай 78 үҙәге эшләй. Йыл ярым эсендә беҙҙең ярҙам менән рәсәйҙәр “коммуналка” өсөн арттырып түләгән 26 миллиард һумын кире ҡайтарҙы, булдыҡһыҙ торлаҡ-файҙаланыу контораларын, намыҫһыҙ эш биреүселәрҙе, кеше талаусыларҙы, коррупционерҙарҙы яуапҡа тарттырырға өйрәнде.
Ниңә беҙ еңәсәкбеҙ?
“Ғәҙел Рәсәй” – ул халыҡ партияһы, көндәлек хеҙмәте менән илебеҙҙе үҫтергәндәрҙең тауышы. Эшселәр, уҡытыусылар һәм табиптар, ауыл эшсәндәре, ғалимдар, хәрбиҙәр, студенттар, пенсионерҙар – ысын Рәсәй бына ошо!
Башҡа партияларҙан айырмалы беҙ власты тәнҡитләп кенә ҡалмайбыҙ, ҡарарҙар тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың һәр береһе тормошҡа ашырыу һәм финанслау мөмкинлеген етди аңлап ҡабул ителгән.
Беҙ илебеҙҙең йүнәлешен “Берҙәм Рәсәй” данлаған вәхшиҙәрсә “либераль” капитализмдан һәр граждандың мәнфәғәтенә нигеҙләнгән ғәҙәти, кешеләрсә, ғәҙел курсҡа – яңы социализмға табан үҙгәртеүе өсөн көрәшәбеҙ һәм артабан да ошо көрәште дауам итәсәкбеҙ.
Беҙ власҡа килеп, уны үҙгәртергә әҙербеҙ.
Беҙ һайлауға ярышырға бармайбыҙ.
Беҙ еңергә барабыҙ.