Рәсәй Президентының күрһәтмәләре үтәлә09.08.2016
Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы булды. Төбәк етәксеһе Владимир Путинға республикалағы социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләне.

2016 йылдың тәүге яртыһындағы йомғаҡтарға килгәндә, Рөстәм Хәмитов төп күрһәткестәрҙең яҡшырыуын билдәләне.
– Тәүге ярты йыллыҡта ярайһы уҡ яҡшы эшләнек. Байтаҡ йүнәлештәр буйынса ыңғай алға китеш бар. Был сәнәғәт етештереүенә лә, ҡаҙнаның һалым һәм һалымдан тыш килемдәренә лә ҡағыла. Һалымдар иһә былтырғыға ҡарағанда 12 процентҡа артты, – тине республика Башлығы. – Баҫыуҙарҙа уңыш насар түгел. Ураҡты башланыҡ, йыйылған уңышты һаҡларға кәрәк. Эш хаҡы йәһәтенән дә ыңғай үҙгәреш бар.
Төбәк етәксеһе Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары булдырылыуы, яңы производстволар асылыуы, сәнәғәт кластеры ойошторолоуы, бәләкәй һәм урта бизнестың үҫеүе хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ республикабыҙҙа Рәсәй Президентының барлыҡ күрһәтмәләренең үтәлеүен билдәләне. Мәҫәлән, быйыл Өфөлә заманса перинаталь үҙәк сафҡа индерелә. 2020 йылға ғүмер оҙайлылығын арттырыу бурысы ҡуйылған.
Рөстәм Хәмитов ил Президентының май указдары тулыһынса үтәлеүен белдерҙе.
– Республика ышаныслы эшләй. Халыҡтың кәйефе, дөйөм алғанда, насар түгел. Проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Тормош бит… Мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ. Алған пландарыбыҙҙы үтәрбеҙ, тип ышанам, – тине ул.



Вернуться назад