Өфө ҡалаһы Советының өсөнсө саҡырылыш депутаттарының беренсе ултырышы үтте. Унда ҡала Советы рәйесе итеп бер тауыштан Евгений Семивеличенко һайланды. Ирек Ниғмәтуллин менән Александр Баутский – уның урынбаҫарҙары.
Тәүҙә Һайлау комиссияһы рәйесе Александр Пискунов үткән һайлауҙың һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ҡала Советында “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партиялары вәкилдәренән 36 депутат һайланған, шуның 18-е – бер мандатлы,18-е дөйөм ҡала һайлау округтарынан.
Ултырышта Советтың алты даими комиссияһы, шулай уҡ Советтың регламентын, депутат статусы һәм этикаһын үтәү буйынса комиссиялар булдырылды.
Ултырышта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Президент Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
И. ХАҠОВ.