"Берҙәм Рәсәй" партияһы менән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек нығый. Партияның төбәк бүлексәһенең сәйәси советы президиумы ултырышында ике яҡлы килешеүгә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, сәйәси совет секретары Константин Толкачев менән ошо ассоциация етәксеһе Илдар Ғарифуллин ҡул ҡуйҙы.
Килешеү быға тиклем дә һөҙөмтәле алып барылған хеҙмәттәшлекте бары рәсмиләштерҙе генә. Мәҫәлән, "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе менән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы аҙыҡ-түлек баҙарында республика етештереүсеһен яҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған "Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!" акцияһын тормошҡа ашыра. Илдар Ғарифуллин һүҙҙәре буйынса, ул етештереүсене генә яҡлап ҡалмаған, ә ҡоролоҡтан һуң ҡапыл артып киткән хаҡтарҙы "йүгәнләү" мөмкинлеген дә биргән. Шулай уҡ "Социаль кәрзин", "Хәтер", "Халыҡ контроле" акциялары ла иң тәүҙә ябай халыҡты яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы 25 мең тирәһе кеше эшләгән 40-тан ашыу ҙур ойошманы үҙенә берләштерә.
З. РӘШИТОВ.