60 минутта — 60 һорау16.03.2012
— Киләсәктә социаль ярҙам буйынса закондарҙы камиллаштырғанда уның адреслылығын мотлаҡ көсәйтәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов “Йәмәғәтселек электрон гәзите” сайтында ойошторолған онлайн-конференцияла.
Фидус Әғләм улына бер сәғәт эсендә алтмыштан ашыу һорауға яуап бирергә тура килде. Уларҙың күбеһе халыҡты социаль яҡлау, эш менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, инвалид һәм ветерандарҙың йәмәғәт, профсоюз ойошмалары менән бәйләнеш мәсьәләләренә ҡағылды.
Премьер-министр урынбаҫары әйтеүенсә, быйылға етди саралар программаһы төҙөлгән. Айырыуса бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә социаль ярҙам һиҙелерлек буласаҡ. Әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау буйынса ла етди эштәр ҡаралған. Иң мөһиме — ошо маҡсатҡа ҙур күләмдә финанс ресурстары йүнәлтелгән. Мәҫәлән, яңыраҡ Хөкүмәт кимәлендә күп балалы әсәләргә бушлай теш ҡуйҙырыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә түләүһеҙ ер биреләсәк. Ете меңдән ашыу ғаилә ошо программала ҡатнашырға теләк белдергән дә инде.
Конференцияла республикабыҙҙа ишле ғаиләләр өсөн ниндәй өҫтәмә саралар күрелеүе лә билдәләп үтелде. Мәҫәлән, бәлиғ булмаған йәштәге дүрт балаһы булған ғаилә айына — 1000 һум, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә 1500 һум өҫтәмә түләү ала. Туғыҙ һәм унан да күберәк бала үҫтереүсе ғаиләләргә бүләккә “ГАЗель” автомобиле бирелә. Быйыл Хөкүмәт алдында ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса тағы ла күләмлерәк эштәрҙе тормошҡа ашырыу бурысы тора.
Эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү ҙә — көн ҡаҙағында торған мәсьәлә. Премьер-министр урынбаҫары фекеренсә, оҫталыҡ конкурстары үткәреү маҡсатҡа өлгәшеүҙә хәл иткес, ырамлы аҙымдарҙың береһе буласаҡ.
— Был йәһәттән конкурстар үткәреүгә лә, уҡытыуға ла, льготалар билдәләүгә лә, эш хаҡын күтәреүгә лә иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, — тине ул. — Төбәк һәм федераль кимәлдәге оҫталыҡ бәйгеләре эшсе һөнәрҙәренең абруйын, дәрәжәһен күтәреүгә, алдынғы тәжрибәне таратыуға һәләтле.
Быйыл Рәсәй кимәлендә биш номинация буйынса ярыш үткәреү күҙаллана. Иң яҡшы электромонтер, тау эшсеһе, йөк машинаһы водителе, ташсы, иретеп йәбештереүсенең илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә йәшәгәнен ошо бәйгеләр асыҡлаясаҡ. Һуңғы номинация буйынса федераль конкурстың финал өлөшө Өфөләге “Свартэкс” мәктәбендә үтәсәк. Беренселекте яулаусыларҙы — 300 мең һум, икенсе урынды алыусыларҙы — 200, өсөнсө урынға лайыҡтарҙы 100 мең һумлыҡ премиялар көтә. Бөтә профессиялар буйынса ла төбәк конкурсы сентябрҙә үтәсәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад