Марсель Сәлимов – Артиада лауреаты!19.07.2016
Марсель Сәлимов – Артиада лауреаты!Һуңғы йылдарҙағы ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимовҡа “Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы лауреаты” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул – үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған иң юғары йәмәғәт наградаһы. Яҙыусы-сатирик, шағир һәм журналисҡа был мәртәбәле исем Рәсәй Милли артий хәрәкәте Оло баһаламаһының (жюри) даими коллегияһы тәҡдиме менән лайыҡ булды. Лауреат дипломын Марсель Сәлимовҡа Милли артий хәрәкәте президенты Валерий Тарбоков тапшырҙы.
Ватандаштарыбыҙға һәм сит илдең әүҙем мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тапшырылған иң юғары йәмәғәт наградаһы һанала. Марсель Сәлимов иһә был бүләкте юҡҡа алмаған – 35 китап авторының ижад емештәре Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Чебоксар ҡалаларындағы нәшриәттәрҙә урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш һәм болгар телдәрендә нәшер ителде. Шулай уҡ Мар. Сәлим –Рәсәйҙә тәүге тапҡыр нәшер ителгән ике томлыҡ “Әскелле-сөскөллө” әҫәрҙәрҙең сатирик энциклопедияһының авторы.


Вернуться назад