Сүплектәр хәүефкә һала16.03.2012
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү торошо һәм уны хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тураһында” тигән темаға парламент тыңлауҙары үтте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Франис Сәйфуллин республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының етди хәүеф тыуҙырыуы тураһында һөйләне. Шул сәбәпле тирә-яҡ мөхит зарарлана, кешеләрҙең һаулығы ҡаҡшай, үлем осраҡтары йышая. Сафтан сыҡҡан энергия һаҡлаусы лампаларҙы, башҡа приборҙарҙы ҡайҙа етте шунда ташлайбыҙ. Ә бит уларҙа терегөмөш бар.
Былтыр 2011 – 2020 йылдарға “Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына идара итеүҙе камиллаштырыу” тигән маҡсатлы программа раҫланды. Уға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөүҙән әкренләп сүп-сар тейәү пункттары, уларҙы төрҙәргә айырып, комплекслы эшкәртеү, утилләштереп булмай торғандарын күмеү өсөн полигондар булдырыу ҡаралған. Әммә эшҡыуарҙарҙың был тәңгәлдә тейешенсә ҡатнашмауы, предприятиеларҙың, халыҡтың ҡалдыҡтарҙы йыйыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу менән ҡыҙыҡһынмауы көн үҙәгендәге проблема булып ҡала.
Һуңынан парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Хөкүмәткә, урындағы үҙидара органдарына әлеге мәсьәлә буйынса тәҡдимдәрен индерҙе.
В. ҒАФУРОВ.


Вернуться назад