Башҡорт теле Викиманияла яңғыраны15.07.2016
Викимания-2016 – донъя викимедиасыларының сираттағы XII халыҡ-ара конференцияһы Италияның төньяғында урынлашҡан Эзино-Ларио ауылында үтте. Алты көн дауамында барған сарала биш ҡитғаның төрлө илдәренән килгән меңдән ашыу ирекмән, шул иҫәптән Өфөнән Рөстәм Нурыев һәм Мәскәүҙән Ришат Сәйфетдинов ҡатнашты.
Рөстәм НУРЫЕВ:
– Рәсәй викимедиасыларының йәмәғәт ойошмаһы “Викимедиа РУ” биргән грант иҫәбенә сараның төп өлөшө булған конференцияла ҡатнаштым. Өс көн дауамында программала ҡаралған бихисап сығышты тыңланым, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре викимедиасылары осрашыуында булдым. Үзбәк һәм төрөк википедияһы вәкилдәре менән төрки телле ирекмәндәр осрашыуын ойошторҙоҡ. Беҙҙең бәләкәй сарала украин, бүрәт ирекмәндәре, Викимедиа фондының телдәр комитеты вәкиле Әмир Аарони ҡатнашты. Был осрашыуҙа Башҡортостан викимедиасылары эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ, киләсәктә төрки телле википедияларҙың хеҙмәттәшлеген йәнләндерергә килештек. Алжир, бүрәт, белорус, йәһүд, македон, непал, румын, серб, төрөк, урыҫ, украин, үзбәк ирекмәндәре менән шәхсән аралашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар ҙа йөкмәткеле үтте.
Башҡорт ирекмәндәре эшмәкәрлеге юғары баһаланыуға ҡарамаҫтан, әлегә башҡараһы эштәребеҙ тағы ла күберәк икәненә инандым. Халыҡ-ара сараларға башҡорт викимедиасыларын йышыраҡ ебәрергә кәрәк тигән фекергә килдем. Август һуңында Әрмәнстандың Дилижан ҡалаһында үтәсәк Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре викимедиасылары осрашыуына башҡорттарҙан ике кеше барыуы тураһында ойоштороусылар менән килешелде. Октябрь айында Санкт-Петербургта буласаҡ Рәсәй викимедиасылары конференцияһына вәкилдәр һайларға һәм юл сығымдарын ҡаплау өсөн грантҡа дәғүә итергә һөйләшелде. Австрияның Вена ҡалаһында йыл һайын хакатон үткәрелә икән, киләһе йылғы сараға тәжрибәле һәм йәш ботоводтар, йәғни компьютер программалары ярҙамында Википедия мәҡәләләрен яҡшыртыусылар, саҡырыласаҡ. Ә беҙҙә, башҡорт википроекттарында әлеге ваҡытта ундай белгестәр юҡ. Шуға күрә быйыл уҡ йәш башҡорт ботоводтарын табыу маҡсатында урында викихакатон ойошторорға кәрәк.
Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуым һөҙөмтәле булды. “Where are you from?” – тиһәләр, “I’m from Bashkortostan!”– тип ғорур яуаплап йөрөнөм. Гәзит уҡыусыларын башҡорт телендәге википроекттарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Теләге һәм һәләте булғандар мәҡәләләр яҙһын, мөмкинлектәре булғандар ирекмәндәргә рухи һәм матди ярҙам күрһәтһен ине.
Ришат СӘЙФЕТДИНОВ:
– Донъяның төрлө илдәренән килгән Викимедиа проекттарында ҡатнашыусылар менән осрашыу бик файҙалы булды. Википедияла үҙаллы яҙышып ултырыу – бер нәмә, ә фекерҙәш-теләктәштәр менән осрашып һөйләшеү бөтөнләй башҡа икән. Һәр беребеҙ үҙ илендә, үҙ телендә яҙышһа ла, уртаҡ һыҙаттарыбыҙ күп, алдыбыҙҙа торған ҡыйынлыҡтар ҙа, уларҙы сисеү ысулдары ла оҡшаш булып сыҡты. Техник сараларҙы өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу, Викимедиа проекттарының дөйөм фәлсәфәһе, рухиәте тураһында һөйләшеүҙе мөһимерәк тип күрҙем: википедия (һәм туғандаш проекттар) – ирекле белем тупланған урын, уны тулыландырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала; википедия – ул, асылда, энциклопедия, ундағы мәғлүмәт, ғилми ҡараштарға нигеҙләнеп, абруйлы сығанаҡтарға таянып яҙыла. Ниһайәт, мәғлүмәт уртаҡ ҡарашта бирелергә, ниндәй ҙә булһа бәхәстәр тыуһа, бер-береңә ихтирам нигеҙендә хәл ителергә тейеш.
Башҡорт Википедияһы бөгөн сабый йәшенән уҙһа ла, эшләнер эштәре әлегә бик күп. Мәҫәлән, унда Башҡортостандың һәр ауылы тураһында мәҡәлә бар. Һәр кеше үҙ ауылы тураһында мәҡәләгә бер-ике һөйләм мәғлүмәт өҫтәһә, тос ҡына дөйөм өлөш тупланыр ине.
Википедияның туғандаш проекттарының береһе Викиһүҙлек тип атала, уны ла һәр ҡыҙыҡһыныусы тулыландыра ала. Мин үҙем был проекттың инглиз теле бүлегендә башҡорт һүҙҙәренә аңлатмалар төҙөйөм, һүҙҙәрҙең әйтелешен тауыш менән яҙҙырып һалам. Викиһүҙлектең башҡорт телендәге бүлеге әлегә инкубаторҙа, яңы проекттарҙы башлап ебәреү урынында ята. Башҡорт телен яҡшы белгән, проект өҫтөндә даими эшләргә теләге булған ирекмәндәр берләшһә, ул да юғары сифатлы, үҙаллы мәғлүмәт сығанағына әйләнер ине. Тәү сиратта, төп бер-ике мең башҡорт һүҙе өсөн мәҡәләләр яҙырға һәм проектты инкубаторҙан сығарырға кәрәк. Артабан, шул нигеҙгә таянып, мәғлүмәт базаһын мөмкин тиклем киңәйтергә, башҡа тел һүҙҙәренә аңлатма бирергә кәрәк булыр.
Әлбиттә, һүҙлек төҙөү ябай эш түгел. Башҡорт һүҙҙәрен башҡортса уҡ аңлатыу ҡайһы саҡта көтөлмәгән ауыр мәсьәләгә әйләнә. Әммә башҡа телдәрҙә булған мәғлүмәт сығанаҡтары янында башҡорт телендә Викиһүҙлектең булыуы бик тә мөһим. Үҙен рухлы башҡорт тип иҫәпләгән һәр кешене википроекттарҙа ҡатнашырға өндәйем.