Берҙәмлек һөҙөмтәһе15.07.2016
Берҙәмлек һөҙөмтәһеСуд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы менән ЮХХДИ араһындағы үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш ыңғай һөҙөмтә бирә.


Мәҫәлән, беренсе ярты йыллыҡта ғына берлектә республика ҡаҙнаһын 236 миллион һумға тулыландырғандар. Былтыр был һан 108 миллион һум тәшкил иткән булған. Белгестәр әлеге мөмкинлектәрҙе ведомстволар араһында электрон документтар әйләнешен яйға һалыу һөҙөмтәһе тип билдәләй.
Суд приставтары һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бергәләп рейдтар ойоштороуын дауам итә. Башҡортостандың Баш суд приставы Зариф Байғусҡаров ике ведомствоның берлектәге киңәйтелгән ултырышында әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Вернуться назад