“Йомшаҡ урындар булырға тейеш түгел!”15.07.2016
Ике йыл элек “Башҡортостанда иҡтисад һәм инвестиция үҫеше” тигән 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһы проекты ҡабул ителгәйне. Ошо осорҙа Рәсәйҙә генә түгел, донъя иҡтисадында, сеймал һәм финанс баҙарында һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелде. Тап шуға ла тәҡдим ителгән документтың килеп тыуған хәлгә ярашлы булыу-булмауы хаҡында һүҙ барҙы республика Башлығы үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Рөстәм Хәмитов сараны проекттың ҡайһы бер өлөштәренә бәйле тыуған һорауҙарҙан башланы. Мәҫәлән, “программала күп функциялы хеҙмәтләндереү үҙәге был йылдарҙа халыҡтың 90 процент өлөшөн йәлеп итергә тейеш” тигән фекер ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Шуға ла был юҫыҡта артабан эштең сифатын күтәреү, сиратты кәметеү сараһын күреү зарурлығы, эшҡыуарҙар өсөн махсуслашҡан хеҙмәт күрһәтеү күләмен арттырыу мөһимлеге билдәләнде.
Рөстәм Зәки улы яуаплы ведомство етәкселәренә программалағы кәмселектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән тәҡдимен әйтте.
– Был документтарҙа йомшаҡ урындар булырға тейеш түгел. Бөтә текстарҙың ныҡлап уйланылыуы, өйрәнелеүе мотлаҡ, – тине ул.
Ултырышта йәнә бер мәсьәлә – дәүләт унитар предприятиеларының эшмәкәрлеге тикшерелде, был юҫыҡта талапты арттырыу тәҡдиме булды. Мәҫәлән, республикалағы 70 дәүләт предприятиеһының бары 41-е генә табыш килтерә, 22-һе зыянға эшләй.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Иванов программаға йәнә индерелгән яңылыҡтар хаҡында бәйән итте. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов башҡа төбәктәрҙә республика продукцияһын һатыу өсөн сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге хаҡында килешеүҙәрҙе нығытыу зарурлығын билдәләне.