Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Кәңәшмә һуңынан парламент Рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Депутаттарҙың ярты йыллыҡ эшенә ниндәй йомғаҡ яһалды, журналистарҙы нигеҙҙә ниндәй һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы?
– Яҙғы сессияның тулы һөҙөмтәһе көҙгө миҙгелдең тәүге ултырышында ғына күренәсәк, сөнки республика Башлығының нисә законға ҡул ҡуйыуы, эшебеҙгә мониторинг йомғаҡтары шунда билдәле буласаҡ һәм матбуғат дуҫтарын да анығыраҡ һандар менән таныштыра алырбыҙ, – тине парламент етәксеһе инеш һүҙендә. – Әлегә ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтергә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы ҡабул иткән бер генә законды ла әлегә Башҡортостан Башлығының кире борғаны юҡ. Республика етәксеһе ҡул ҡуйғас, рәсми баҫылып сыҡҡан датанан һуң 10 көн үтеүгә закон үҙ көсөнә инә. Хәҙер беҙ электрон баҫма системаһын да ҡулланабыҙ, был иһә ҡануни документтың рәсми баҫылыуын көтөп тормаҫҡа мөмкинлек бирә, йәғни ул ҡул ҡуйылып ун көн үткәс тә юридик көскә эйә була башлай. Ҡабул ителгән закондар араһында республика бюджетына үҙгәрештәр индереүҙе айырып билдәләп үтер инем: уҙған сессияла ғына ла уға бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайттыҡ, сөнки үҙәктән субсидиялар килһә йәки башҡа өҫтәмә сығанаҡтар асылһа, беҙ уны шунда уҡ мохтаж тармаҡтарға, йүнәлештәргә тотоноуҙы ҡанунлаштырып ҡуйырға тырышабыҙ.
Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегендәге яңылыҡҡа иғтибар иткәнһегеҙҙер, моғайын: теләһә ҡайһы законды “тыуҙырыу” эш төркөмө булдырыуҙан башлана. Улар проблеманы бик ентекле өйрәнә, эксперттар фекерен туплай, проект авторы менән һөйләшә һәм һығымта әҙерләп бирә. Ҡайһы саҡ федераль кимәлгә сығыу зарурлығы ла тыуа. Һәм беҙ Дәүләт Думаһына ҡануниәтте үҙгәртеү буйынса нигеҙле әҙерләнгән проекттар ҙа ебәрәбеҙ. Федераль закон итеп ҡабул ителгән шундай ҡануни тәҡдимдәр һаны буйынса беҙҙең Дәүләт Йыйылышы төбәк парламенттары араһында беренсе урынды биләй. Беҙҙән һуң был күрһәткес буйынса Һамар өлкәһе депутаттары килә. Яҙғы сессия осоронда ил парламентына барлығы 77 федераль закон проекты ебәрҙек, йәғни Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Карелиянан ҡала өсөнсө урында торабыҙ.
Ҡануниәтте булдырыу һәм камиллаштырыу – ҡатмарлы эш ул. Карл Маркс хатта һәр законды яҙыуҙы айырым станок уйлап табыуға тиңләгән, сөнки уның барлыҡ өлөштәрен дә алдан һәм ентекле итеп башҡарырға кәрәк, шунһыҙ был ҡанун эшләмәйәсәк.
Артабан Константин Борисович журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Тәүге ике һорау “Башҡортостан” гәзите исеменән яңғыраны.
– Ҡайһы саҡ төбәк парламенттарының, шул иҫәптән – беҙҙең Дәүләт Йыйылышының да, әһәмиәте түбәнәйә барыуы, фәҡәт федераль закондар буйынса йәшәүебеҙ тураһында ишетергә тура килә. Шундай фекерҙәргә ҡарата нимә тип яуап бирергә мөмкин?
– Был һорауҙы ябай тип булмай, беҙ хәлде өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Илебеҙ тарихында шундай осор ҙа булып алды: субъекттар киң вәкәләттәр менән файҙаланды. Ул саҡта Рәсәйҙең хоҡуҡ майҙаны ла тейешле закондарға ҡытлыҡ кисерә ине. Тап ошо заманда Рәсәй Конституция Судының ҡарары сыҡты: илебеҙ Конституцияһының 72-се статьяһына ярашлы, берлектәге вәкәләттәргә ингән мәсьәләләр буйынса төбәк парламенты үҙ ҡануниәтен дә булдырырға хоҡуҡлы һәм был юҫыҡта федераль закон сығарылыуын көтөп тормаҫҡа ла мөмкин. Беҙҙең республика ошо форсатты әүҙем файҙаланды. Ләкин артабан федераль ҡануниәт тулылана барҙы, Дәүләт Думаһы йыл һайын 400 – 600 закон ҡабул итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең хоҡуҡи майҙанын тәртипкә килтереү тураһында күрһәтмә биргәс тә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай республика закондарын федераль ҡануниәткә тап килтереү буйынса бик ҙур эш башҡарҙы. Психологик яҡтан ҡарағанда, үҙебеҙ булдырған һәм субъект кимәлендә уңышлы эшләп килгән закондарҙы юҡҡа сығарыу беҙгә лә еңелдән булманы. Ләкин Рәсәй Конституцияһының 76-сы статьяһында асыҡ яҙылған: төбәк закондары федераль кимәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килә икән, федераль хоҡуҡи акт өҫтөнлөк итә.
Шулай ҙа төбәк парламентының әһәмиәте түбәнәйә тип әйтеү менән килешмәҫ инем, беҙ хәҙер фәҡәт башҡа төрлө юридик шарттарҙа эшләйбеҙ. Тормош бер урында тормай: яңы ижтимағи мөнәсәбәттәр ҙә даими барлыҡҡа килә, һәм үҙ кимәлебеҙҙә уларҙы көндәлек эштә файҙаланабыҙ.
– “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Реаль эштәр” проекты тураһында йыш ҡына һөйләнек тә оноттоҡ. Барлыҡ эштәрҙең осона сыҡтылармы, әллә муниципаль власть органдары хәҙер бөтә нәмәне үҙҙәре башҡарамы – ошо фирҡәнең төбәк бүлексәһе секретары булараҡ, был хәлгә ниндәй аңлатма бирер инегеҙ?
– “Реаль эштәр” – уникаль һәм күп яҡлы башланғыс ул. Бындай проект илдең бүтән төбәктәрендә юҡ. Халыҡ йәшәгән урындарҙағы был эш – юлдарҙы рәтләү, һыу үткәргестәрҙе, электр тапшырыуы линияларын һуҙыу, зыяраттарҙы кәртәләү, емерелә башлаған шишмәләрҙе яҡлауға алыу һәм башҡалар – бик кәрәк, уларҙы ауыл йәки ҡасаба кешеләре үҙҙәре йыйылышта күтәреп сыға. Әле был проект буйынса башҡарылған саралар күбәйә генә бара – финанслау мөмкинлеге булғандарының һаны 800-ҙән ашты. Күрәһең, был хаҡта мәғлүмәт кенә әҙерәк.
– Дәүләт Йыйылышының ошо саҡырылыштағы эшмәкәрлеге күпкә әүҙемләште тип әйтер инем, – тине Константин Толкачев, бүтән матбуғат баҫмаларының һорауҙарына яуап бирә башлап. – Дәүләт Думаһында федераль закон проекттары менән сығыш яһау тураһында әйттем инде. Ҡайһы берҙә журналистар: “Ни өсөн закондар тыныс ҡына, бер ниндәй бәхәсһеҙ ҡабул ителә?” – тип һорай. Ҡануниәткә проекттар тәүҙә эш төркөмдәрендә ҡарала, артабан – ошо эш төркөмө ингән комитеттың ултырышында, шунан һуң – партия фракцияһында. Пленар ултырышҡа килеп еткәндә документтағы барлыҡ бәхәсле йәки уйланып еткерелмәгән урындар хәл ителгән була. Фракция кире баһа бирһә, ул парламент тикшереүенә сығарылмай.
Әлбиттә, фракция кире ҡаҡҡан осраҡта был һәр ваҡыт объектив сәбәп буйынса башҡарыла, уның сәбәптәре проект авторҙарына ла, власть органдарына ла аңлатып бирелә. Ундай осраҡтар ҙа бар: яңыраҡ, мәҫәлән, никахҡа инергә 14 йәштән рөхсәт итеү тураһындағы закон проекты әҙерләнгәйне, ләкин, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, уны ҡарау кисектерелде. Беҙ бит бушлыҡта эшләмәйбеҙ – һәр проектҡа ҡарата тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр килеп тора. Уларҙы яҙма йәки телдән ҡабул итеп кенә ҡалмайбыҙ, кәрәк булғанда парламент тикшереүе лә ойошторабыҙ. Ҡабул ителгән закондар беҙ көткән кимәлдә эшләп китһен өсөн хәл иткес шарт – уның матди яҡтан нығытылған тәьмин ителеше һәм үтәләсәгенә гарантия булдырылыуы, бындай нигеҙ бармы-юҡмы икәнен асыҡлау һәм тейешле һығымта яһау – эксперттарға йөкмәтелә.
Әле генә тамамланған сессияның эшенән һеҙ ҡәнәғәтме, көҙгө айҙарға ниндәй уй-ниәттәр билдәләйһегеҙ? Ошо һорауға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яуап бирә.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе:
– Беҙ барлыҡ эште алдан уйланылған план буйынса алып барабыҙ, шуға күрә эштең төп өлөшөн тамамланыҡ һәм күпмелер күләмде көҙгө сессияға ҡалдырҙыҡ. Мәҫәлән, балалар суицидын өйрәнеү һәм был фажиғәне иҫкәртеү буйынса эш төркөмө төҙөлдө, тулы көсөнә ул киләһе сессия башында эшләй башлаясаҡ. Ҡатмарлы мәсьәлә был. Балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының 80 проценты көнкүреше етеш булған ғаиләләргә тура килә! Ғәжәп бит... Мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса ла эш төркөмө булдырылды, парламент каникулы барышында уның буйынса ла тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.
Хәләф ИШМОРАТОВ, ошо уҡ комитет ағзаһы:
– Яҙғы сессиялағы эш менән ҡәнәғәтмен. Матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһындағы законды беҙҙең комитет буйынса ошо арауыҡтағы иң мөһим ҡанун тип күрһәтер инем. Ҡурай һәм башҡа халыҡ ҡоралдары ҡануниәт тарафынан халыҡ байлығы итеп рәсмиләштерелде.