"Рөстәм Хәмитов партияға үҙ абруйын тапшыра" – эксперт27.06.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һайлауҙа "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк партия исемлеген етәкләйәсәк. Был турала 27 июндә Мәскәүҙә үткән партия съезында мәғлүм булды. Республика политологтары һайлау тарихындағы сираттағы этапҡа аңлатма бирә. Дмитрий Михайличенко "Берҙәм Рәсәй"ҙәрҙең был ҡарарын хаҡлы тип иҫәпләй.


"Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй"ҙең рейтингы халыҡтың төбәк етәксеһенә булған ышанысы кимәленән бер аҙ түбәнерәк. Тап шуға күрә партияның Генераль советы Хәмитовтан "паровоз" ролен үтәүен һораны. Бындай ғәмәл ярайһы уҡ ҙур электораль әһәмиәткә эйә, сөнки "Берҙәм Рәсәй"ҙәр һайлауҙа күберәк тауыш йыйырға ынтыла. Хәмитов өсөн иһә был партия тарафынан йөкмәтелгән бурыс. Шул уҡ ваҡытта был Башҡортостан Башлығына иң йоғонтоло партия етәкселегендә үҙ урынын нығытыу мөмкинлеген бирәсәк һәм төбәк мәнфәғәттәрен һөҙөмтәлерәк яҡларға булышлыҡ итәсәк. 2011 йылда Думаға һайлауҙа Рөстәм Хәмитов "Берҙәм Рәсәй"ҙәрҙең, ә 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа партия исемлеген етәкләгәйне инде. Ике һайлауҙа ла "Берҙәм Рәсәй"ҙең электораль һөҙөмтәһе 70 проценттан ашыу булды. Тимәк, бындай практика күптән килә, уның уңышы ла заман тарафынан һыналған" – тип билдәләй эксперт.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитовтың партия исемлегенә индерелеүенә бәйле төрлө имеш-мимештәрҙең булыу мөмкинлеген дә күҙаллай. "Быға бәйле ҡотҡо таратыусылар буласаҡ, әлбиттә. Әммә Хәмитов исемлекте тәүге тапҡыр ғына етәкләмәй. Шуға күрә был хәлде Хәмитовтың Дәүләт Думаһына китеүенә дәлил тип берәү ҙә ҡабул итмәйәсәк" – тигән фекерҙә Михайличенко. Әңгәмәсе әйтеүенсә, 89 губернатор менән төбәк башлығының ни бары 19-ына ғына ошондай бурыс йөкмәтелгән. Мәскәү һөҙөмтәһеҙ эшләгән төбәк башлыҡтарына партия исемлектәренә етәкселек итеүҙе ышанып тапшырмаясаҡ. "Киреһен раҫлағандарға иһә, сентябрҙә Мәскәү мэрын, мәҫәлән, Навальныйға алмаштырыу, ә Миңлеханов менән Полтавченконы Дәүләт Думаһына депутат итеп ебәреү өсөн "паровоз" бурысын йөкмәтәләр, тигән фекерҙе танырға тура киләсәк. "Берҙәм Рәсәй"ҙәрҙең исемлектәрен губернаторҙар етәкләгән төбәктәрҙә ошондай аҡылға һыймаҫлыҡ мәҡәләләр донъя күрҙе", – ти политолог.


Вернуться назад