Юрий Никифоров — Стәрлетамаҡ ҡала Советы рәйесе15.03.2012
Стәрлетамаҡ ҡала Советының 14 марттағы ултырышында Юрий Никифоров ҡала Советы рәйесе итеп һайланды. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында доклад менән сығыш яһаны.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, ҡала Советы рәйесе вазифаһына Юрий Никифоровтың кандидатураһы “Берҙәм Рәсәй”ҙән күрһәтелгән депутаттарҙың инициатива төркөмө тарафынан тәҡдим ителгән.
“Стәрлетамаҡ — республикала ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙәге иң ҙур сәнәғәт ҡалаларының береһе. Ҡала халҡы “Берҙәм Рәсәй”гә ҙур ышаныс күрһәтә. Былтыр Думаға һайлауҙа халыҡтың 73 проценттан ашыуы ошо партия кандидаттары өсөн тауыш бирҙе. Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең 72,3 проценты яҡлап сыҡты. Ҡала Советының әлеге составында “Берҙәм Рәсәй” ағзалары һәм уның яҡлылар 25 мандаттың 22-һен (88%) алды. Был партияның Стәрлетамаҡтағы урындағы һәм бөтә тәүге бүлексәләре эшенең һөҙөмтәлелеген сағылдырған яҡшы күрһәткес”, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Азат САҘРЫЕВ.


Вернуться назад