Башҡортостан Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһының бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләү системаһын камиллаштырыу буйынса 2012 йылғы саралар планын раҫланы.
План норматив, белем биреү һәм контроллек итеү йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Тәү сиратта окладтарҙы билдәләү, штат теҙмәһен һәм хеҙмәт килешеүе төҙөү буйынса тәҡдимдәр булдырыу һәм уларҙы етәкселәргә еткереү күҙаллана. Бюджет учреждениелары етәкселәре, бухгалтерҙары, финанс, кадрҙар, юридик хеҙмәттәрҙең белгестәре өсөн квартал һайын семинарҙар үткәреү планлаштырыла.
Йыл дауамында вазифа окладтарын билдәләгәндә учреждение етәкселәре менән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлендә ҡулай нисбәт принцибының үтәлешенә контроль тормошҡа ашырыласаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.