“Ғәҙел Рәсәй” ғәҙеллек даулай14.06.2016
Һуңғы ваҡытта халыҡтың күпселеге медицина хеҙмәтләндереүенең сикле булыуына зарлана. “Дауаханаларҙа сират ҙур”, “белгестәр етешмәй”, “айырым табиптарға айҙар дауамында эләгеп булмай” кеүегерәк дәғүәләрҙе йыш ишетергә тура килә. Сәбәбен иһә кадрҙарға ҡытлыҡ менән аңлата белгестәр. Әгәр республика ҡалаларында 10 мең кешегә 44 табип тура килһә, райондарҙа был күрһәткес 20-нән дә артмай. Һөҙөмтәлә күптәр түләүле медицинаны һайларға мәжбүр була. Әлбиттә, мәсьәлә өйрәнелмәй түгел. Төрлө программалар ҡабул ителә, саралар күрелә. Ошо көндәрҙә “Ғәҙел Рәсәй” партияһы ойошторған матбуғат конференцияһы ла асылда шул проблемаға арналды. Партия ағзалары фекеренсә, халыҡҡа түләүһеҙ һәм сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтелергә тейеш.

Ғөмүмән, “Ғәҙел Рәсәй” әүҙемсе­ләренең әлеге мәсьәләне төптән өйрәнә башлауы юҡҡа түгел. Быйыл ғинуар айынан партия ағзалары “Эшлә йәки урыныңды ҡалдыр!” исемле акция иғлан иткәйне. Бурыстар ҙа бил­дәләнде – капиталь ремонтҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, транспорт, милек һәм ер һалымдарын йыйыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы көйләү. Әммә сара барышында халыҡтың пенсияға, кредит амнистияһына, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы дәғүәләре лә күп булыуы асыҡланды. Статистика мәғлүмәттәренән күре­неүенсә, респонденттарҙың күпселеге медицинаның түләүле була барғанына зарланған, Мотлаҡ медицина стра­ховкаһы фонды һәм страховкалау компаниялары рәүешендәге аралаш­сыларға талаптарҙы арттырыуҙы һораған. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта страховка полистарына бәйле низағтар сығып тора. Әлеге лә баяғы, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәүҙән файҙа­ланалар тип аңлата быны белгестәр. Ә бит асылда страховка компанияһы беҙҙең шәхси адвокатыбыҙ ролен үтәргә, ниндәй генә һорау тыумаһын, ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Полис бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй бит, бөгөнгөләй сетерекле хәлдәрҙән яҡларға ла бурыслы.
“Ғәҙел Рәсәй” партияһы депутаттары ла ана шул аралашсы компания­ларҙың эшмәкәрлегенә яуаплылыҡты артты­рыуҙы талап итә лә инде. Депутат­тарҙың фекеренсә, бөгөн һаулыҡ һаҡлау тармағы бизнесты хәтерләтеп ҡуя: Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды һәм страховкалау компаниялары рәүешендәге аралашсылар һәм шәхси эшҡыуарҙар шундай шарттар тыуҙырған – уларға кешене тулыһынса һауыҡтырыу отош­ло түгел, сөнки һау-сәләмәт кеше дауаланыуға ихтыяж кисермәй.
– Был ниндәйҙер кимәлдә Конституция принциптарын инҡар итеү кеүек килеп сыға. Һәр кеше түләүһеҙ һәм сифатлы медицинаға хоҡуҡлы. Әл­биттә, ҡулайлаштырыу сәбәпле дауа­ханаларҙың ябылыуы ла кире йоғонто яһаны. Кадрҙарға ҡытлыҡ та үҙен ныҡ һиҙҙерә. Әммә был кеше сәләмәт­легендә аҡса эшләү хоҡуғын бирмәй бит, – ти “Ғәҙел Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе советы рәйесе Конс­тантин Шаһиморатов.
Кадрҙарға ҡытлыҡ тигәндәй, мәҫә­лән, республиканың онкология хеҙмә­тенә бөгөндән 90 табип кәрәк. Ә бит һуңғы йылдарҙа яман шештең аҙыуын иҫәпкә алғанда, был йүнәлеш буйынса һәр белгестең алтынға бәрәбәр булыуын һөйләп тораһы ла түгел. Иң мөһиме – сирҙе алдан иҫкәртеү тип ҡабатларға яратһаҡ та, теләк булып та, күренергә табип юҡлығы мәсьәләне ҡатмарлаштыра ғына. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, нәҡ ошо сәбәпле Башҡортостанда ғына йыл һайын алты меңгә яҡын кеше вафат була.
Ғөмүмән, йәмғиәттәге әлегеләй сетерекле хәлдәр бер “Ғәҙел Рәсәй” партияһының әүҙемселәрен генә борсомай, әлбиттә. Шулай ҙа фирҡәнең халыҡ менән әүҙем эшләүен, төрлө эшлекле проекттар тәҡдим итеүен билдәләмәй булмай. Әйтәйек, бөгөн Рәсәйҙең 75 төбәгендә “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге эшләй. Яңыраҡ ҡына исемлеккә Өфө лә ҡушылды. Үҙәккә теләһә кем мөрәжәғәт итә ала. Бында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, инвалидлыҡҡа, социаль түләүҙәргә, юл йөрөүгә, дарыуҙарға, ташламаларға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы тыуған һәр һорауға асыҡлыҡ индерергә әҙерҙәр. Үҙәк Достоевский урамы, 100 адресы буйынса урынлашҡан.
– Беҙ тәү сиратта халыҡ менән эшләйбеҙ. Төрлә мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итәләр. Кемделер капиталь ремонтҡа ҡағылышлы һорауҙар борсой, кемдер социаль түләүҙәрҙән ҡәнәғәт түгел. Шулай ҙа төп маҡсат­тарыбыҙҙың береһе – халыҡҡа үҙ хоҡуҡтарын аңлатыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр быны белмәй, – ти Константин Нилович.



Вернуться назад