Төбәк сәйәсәтенә иғтибар кәрәк01.06.2016
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе ҡарамағындағы ғилми-эксперт советы ултырышында сығыш яһаны. Сара федерализмдың иҡтисади, бюджет-финанс һәм һалым нигеҙҙәренә арналғайны. Уны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко үткәрҙе.
Ултырышта федератив мөнәсәбәттәр өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Улар иҫәбенә властың бөтә кимәлдәрендәге вәкәләттәргә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин иткән финанс ресурстарына инвентаризация үткәреү, федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй субъекттары һәм урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренең берҙәм реестрын төҙөү, шулай уҡ 2020 йылға тиклем бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу концепцияһын эшләү инде.
— Федерализмға ҡағылышлы төп мәсьәлә — вәкәләттәрҙе айырыу. Субъекттың статусы тураһындағы закон әлегә тиклем ҡабул ителмәгән. Тимәк, аныҡ ҡына хоҡуҡи киңлек тә юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Вәкәләттәрҙе айырыу мәсьәләһе һаман да ведомстволар, министрлыҡтар, корпорациялар ҡарамағында. Был дөрөҫ түгел, әлбиттә. Йәғни ошо мәсьәләлә ышаныслы, хоҡуҡи база кәрәк.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, төбәктәрҙең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре төрлө, шул уҡ ваҡытта талаптар барыһына ла тигеҙ. Рөстәм Зәки улының фекеренсә, Хөкүмәткә Федерация субъекттарының мөмкинлектәрен айырым-айырым ҡарарға кәрәк.
Биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү маҡсатында компаниялар менән үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыуға туҡталып, Башҡортостан етәксеһе ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын губернаторҙарҙың предприятиеларҙағы һалым мәғлүмәттәре менән танышыу мөмкинлеге булмауына йүнәлтте. Валентина Матвиенко был йәһәттән Рөстәм Хәмитовты хуплап сыҡты һәм Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановтан хәлде тикшереүҙе, ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр тәҡдим итеүҙе үтенде.
— Төбәк сәйәсәте принциптарын үҙгәртергә ваҡыт, — тине Федерация Советы рәйесе. — Төбәктәрҙәге һалым, бюджет сәйәсәтенә лә өр-яңы стратегик ҡараш кәрәк. Федераль үҙәктә һәр төбәктең хәлен тойорға тейешбеҙ.