Идарасымы, аралашсымы?14.03.2012
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр илдә һаман да көн ҡаҙағында. Был өлкәләге етешһеҙлектәрҙән беренсе сиратта ябай халыҡ зыян күрә. Шуға ла власть тармаҡты заман талаптарына яраштырыу йәһәтенән бик яуаплы бурысты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға контроллек итеү буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы булды. Унда Тарифтар буйынса республика комитетынан, “Өфө һыу каналы”, “Башкирэнерго” кеүек йәмғиәттәрҙән вәкилдәр ҙә ҡатнашты. Эш төркөмө етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуровтың әйтеүенсә, фекер алышыуға йәмәғәтселек һәм Башҡортостан парламентына инмәгән сәйәси партиялар вәкилдәре лә саҡырылған булған, ләкин улар араһынан бер кем дә килмәне.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле эшмәкәрлек буйынса мәғлүмәттең халыҡ өсөн асыҡ булыуына өлгәшеү мөһим, — тине Рафаил Нариман улы. — Идарасы компанияларға түләгән аҡсаһының нисек тотонолоуын белергә һәр кемдең хаҡы бар.
Тарифтар буйынса республика комитетының Интернеттағы сайтында ошо маҡсатта махсус бүлектәр булдырылған, яуаплы ойошмалар хаҡында мәғлүмәт, тариф калькуляторҙары урынлаштырылған. Тик коммуналь хеҙмәтләндереү йәмғиәттәренең күбеһе асыҡлыҡҡа әҙер түгел. Ундайҙарға башта яҙма иҫкәртеү ебәрелә, аҙаҡ етәкселәренә штраф һалына. Тиҙ арала мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа тулыһынса еткереү бурысы ҡуйылған.
Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин итеүселәргә ойошмаларҙың дөйөм бурысы 2,5 миллиард һумға еткән. Баҡһаң, ҡайһы бер идарасы компаниялар, халыҡтан тейешле аҡсаны йыйып алһа ла, хеҙмәттәр өсөн түләргә ашыҡмай икән. Бындай осраҡтарға юл ҡуймау маҡсатында идарасы компанияларға контролде көсәйтеү, айырым сараларҙы ҡануниәт менән нығытыу бурысы билдәләнде.
Шулай уҡ энергетика буйынса стандарттарҙы яңынан ҡарау хаҡында бәхәс ҡуҙғатылды. “Ҙур ойошмаларҙың топ-менеджерҙары тарифтарҙы арттырыу иҫәбенә эш хаҡына өҫтәп бонустар ала. Быға ла контроль кәрәк. Халыҡтың хәләл аҡсаһы тураһында һүҙ бара бит”, — тине Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков.
Идарасы компаниялар аҡса йыйыу йәһәтенән аралашсы бурысын ғына үтәй, халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында уйламай ҙа, тигән дөйөм фекер әйтелде. Киләсәктә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ошо өлкәлә закондар сығарыу инициативаһы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итәсәк.
Д. МӘЖИТОВ.


Вернуться назад