Мәғариф мәсьәләләре “Хөкүмәт сәғәте”ендә тикшереләсәк14.03.2012
Парламенттың илленсе ултырышы 22 мартта үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде.
Ултырыштың тәүге өлөшөндә “Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу тураһында” тигән темаға “Хөкүмәт сәғәте” үткәреләсәк. Депутаттар шулай уҡ 2011 йылда республикала кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһенең үтәлеше хаҡында Башҡортостан Республикаһындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде тыңлаясаҡ, Өфө ҡалаһының Совет, Ленин, Октябрь, Киров һәм Калинин райондары буйынса мировой судьяларҙы раҫлаясаҡ.
Президиум ағзалары көн тәртибенә 15 республика законы проектын индерҙе. Шуларҙың дүртәүһе ултырышта тулыһынса ҡабул ителеүе ихтимал. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проектында 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем раҫланған ер өлөшөн (пайын) бер тапҡыр бушлай алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың ауыл хужалығы ерҙәрен хосусилаштырыуын 1 июлгә тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә.
Беренсе уҡыуҙа депутаттар “Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын тикшерәсәк. Республиканың Юл фонды аҡсаһын ихаталарҙы һәм уларҙағы юлды төҙөкләндереү өсөн файҙаланыу хоҡуғын закон менән нығытыу уның асылын тәшкил итә.
Тағы ла бер закон проектында парламентарийҙар муниципаль хеҙмәткәрҙең оклады төшөнсәһен аныҡларға ниәтләй. Уларҙың фекеренсә, “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын муниципаль хеҙмәткәрҙең хеҙмәтенә түләүгә (шул иҫәптән аҡса менән тәьмин итеү окладына һәм башҡа түләүҙәргә) республика Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән сығым нормативтарын арттырыуҙы тыйған положение менән тулыландырырға кәрәк.
Бынан тыш, президиум ағзалары көн тәртибенә ветерандарға һәм инвалидтарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен индерҙе. Шуларҙың береһендә 1992 йылдың сентябренән ноябргә тиклемге һәм 1992 йылдың февраленән 1997 йылдың декабренә тиклемге осорҙа Тажикстан Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары категорияһына индерергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ ауыр хәлгә ҡалған граждандарға ярҙам итеү, социаль-көнкүреш, социаль-медицина, психологик-педагогик, социаль-хоҡуҡи хеҙмәт һәм матди ярҙам күрһәтеү, уларҙы социаль яраҡлаштырыу һәм реабилитациялау буйынса социаль хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлек тәртибен аныҡлауҙы күҙ уңында тотҡан мәсьәлә лә ҡараласаҡ.
Республика парламентарийҙары Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-процессуаль кодексына үҙгәрештәр индереү һәм прокурорға законлы көсөнә ингән суд хөкөмөнә, билдәләмәһенә йәки ҡарарына күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу өсөн енәйәт эшен һоратып алыу хоҡуғын биреү тәҡдим ителгән федераль закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға әҙерләне.
Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.