Кандидатуралар тәҡдим ителәсәк14.03.2012
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы президиумы, һайланған депутаттар менән консультациялар үткәргәндән һуң, ҡала Советы рәйесе кандидатураларын тәҡдим итәсәк.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы секретары исеменә һәм төбәк башҡарма комитетына ҡала округтары Советтары рәйестәрен күрһәтеүгә һәм һайлауға ҡағылған һорауҙар килеүгә бәйле партияның төбәк башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте, әлеге вазифаларға кандидатуралар, ҡала Советтарының һайланған депутаттары менән тейешле консультациялар үткәрелгәндән һуң, партияның төбәк сәйәси советы президиумы тарафынан тәҡдим ителәсәк, тип хәбәр итә.
А. САҘРЫЕВ.


Вернуться назад