Мәскәүҙә — Башҡортостан көндәре14.03.2012
Өфөлә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә булды. Байрам һәм эш программаһы 27 апрелгә планлаштырыла.
Саралар Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Конгресс-үҙәгендә үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан сәфәрҙә палата президенты урынбаҫары Азат Фазлыев ҡатнаша.
— Беҙ республика һәм Мәскәү эшҡыуарҙары араһында бизнес-осрашыуҙар ойоштороуҙы күҙаллайбыҙ. Шуға күрә ошондай бәйләнештәр булдырырға теләүселәр беҙгә мөрәжәғәт итһен ине, — тине Азат Фазлыев. — Беҙ Башҡортостан вәкиллеге эргәһендә вәкиллектәре булған үҙебеҙҙең предприятиеларҙы берләштерергә, уларға дәүләт яғынан өҫтәмә ярҙам күрһәтергә уйлайбыҙ.
Уның әйтеүенсә, республика үҙенең ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт продукцияһы менән һатып алыу ҡеүәһе ҙур булған ошо төбәккә килергә ниәтләй. Бының өсөн Мәскәү Хөкүмәте менән бәйләнеш булдырыласаҡ.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад